ФОМИНА Елена Юрьевна (29.4.1972, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1997) артисы. А.Я.Ваганова ис. Рус балеты акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1990, педагогы И.Б.Зубковская; 2008, педагогы И.А.Трофимова, һөнәре “педагог‑балетмейстер”). 1990 й. алып БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап педагог‑репетиторы. Лирик-драматик пландағы классик балерина. Ф. бейеү сәнғәте темперамент, музыкаллеге, кәүҙәләнешенең сафлығы, башҡарыуының һығылмалығы һәм виртуозлығы м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Мари (“Щелкунчик”; дебют, 1991), Аврора, Сирень феяһы (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”; бөтәһе лә – П.И.Чайковский), Китри (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Торналар башлығы (“Сыңрау торна”) һ.б. Эрке партияһын (“Арҡайым” — “Аркаим”, Л.З.Исмәғилева) тәүге башҡарыусы. Рәсәй һәм сит илдәр (АҠШ, Голландия, Италия, Мексика, Словакия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була.

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика