ФОМЕНКОВ Михаил Петрович (5.11.1924, Өфө – 22.1.2004, шунда уҡ), хор дирижёры, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (1978). Проф. (1988). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. муз. уч‑щеһын (1948; О.М.Райцын класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1954; В.П.Мухин, О.Ф.Шимановский класы) тамамлаған. 1941 й. алып Эске эштәр ХК клубы (Өфө), 1942 й. Башҡ. халыҡ бейеү ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1946 й. башлап Физик культура техникумы (Стәрлетамаҡ ҡ.) концертмейстеры, 1948—64 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһы, бер үк ваҡытта 1954—68 йй. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһы, 1961—68 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пункты бүлеге мөдире. 1968 й. алып (өҙөклөк м‑н) ӨДСА‑ла: хор м‑н дирижёрлыҡ итеү каф. мөдире (1968—70, 1990—95), проректор (1968—70, 1992—95). 1970—73 йй. Әстерхан консерваторияһының вокал‑хор м‑н дирижёрлыҡ итеү каф. мөдире. 1959—71 йй. БАССР‑ҙың Хор йәмғиәте рәйесе. Ф. етәкләгән ижади коллективтар (2‑се пед. уч‑ще хоры һәм профсоюздарҙың хор капеллаһы) Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып Г.В.Свиридовтың “Патетик оратория” (“Патетическая оратория”), В.П.Стародубровскийҙың “Башҡортостан тураһында йырым минең” (“О Башкирии песнь моя”) ораторияларын, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитовтың хор әҫәрҙәрен башҡаралар. Ульяновск ҡ. (1968) һәм Ленинградта (1969) БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (баш хормейстер һәм дирижёр). Уҡыусылары араһында Э.Х.Ғәйфуллина, З.Х.Ғөбәйҙуллина, БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре В.И.Тарасов, РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Н.Л.Горюшкина һәм М.Г.Солтанова, БР‑ҙың —А.Р.Белогонова, Р.А.Воронина, Л.Г.Төхвәтуллина һ.б. Бик күп башҡ. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1995).

Хеҙм.: Башкирская народная песня. Уфа, 1976; Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001; Воспоминания о шаляпинском зале. Уфа, 2003.

Э.Х.Ғәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика