ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛДӘРЕ, халыҡ музыкаһын, халыҡ бейеүен, халыҡ уйындарын, йолаларҙы һ.б. һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында ойошторолған үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективтары. Мәҙәни‑ял учреждениелары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, урта махсус белем биреү йорттары, вуздар һ.б. эргәһендә эшләйҙәр. Беренсел (аутентик башҡарыу манераһы хас) һәм икенсел (халыҡ ижады әҫәрҙәрен сәхнәгә яраҡлаштырып башҡарыу) Ф.а. айыралар. Башҡорттарҙа фольклор әҫәрҙәрен ансамбль м‑н башҡарыу элементтары этнос барлыҡҡа килгәндән алып йәшәй. Башҡортостанда Ф.а. т‑да мәғлүмәттәр 19 б. урыҫ яҙыусылары яҙмаларында осрай, Өфө мәҙрәсәләре шәкерттәренең фольклор әҫәрҙәрен музыка ҡоралында башҡарыуы т‑да мәғлүмәттәр һаҡланған. С.Г.Рыбаков “Урал буйлап, башҡорттар араһында” (“По Уралу, среди башкир”; 1894) һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китаптарында гетерофон манералағы коллектив музыкаль ижадтың киң таралғанын билдәләй. Революциянан (1917) һуң фольклор әҫәрҙәрен музыка ҡоралдарында ансамбль м‑н уйнау үҙешмәкәр ижадтың ҡайһы бер төрҙәрендә (түңәрәктәр, студиялар) таралыу ала.

70—80‑се йй. республикала үҙешмәкәр сәнғәт ижадының үҫеше Ф.а. күбәйеүенә булышлыҡ итә (40‑тан ашыу Ф.а., түңәрәк, студия). Ф.Х.Камаев тарафынан фольклор коллективтары ойошторола, уның инициативаһы м‑н Өфөлә 1981 й. тәүге тапҡыр “Халыҡ ижады ынйылары” (“Жемчужины народного творчества”) фольклор ансамблдәренең Респ. конкурсы, 1985—87 йй. Респ. тальян байрамы (Ф.Х.Иҡсанов м‑н берлектә) үткәрелә.

Ф.а. үҫешенә респ. даими үткәрелеп торған байрамдар, үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстары: Төбәк-ара урыҫ йыры һәм таҡмаҡ байрамы, республика ҡурай, “Ашҡаҙар таңдары” башҡ. фольклоры байрамдары, Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә үткән “Салауат йыйыны” фольклор байрамы, “Шәжәрә байрамы” халыҡ байрамы, Аҡмулла көндәре сиктәрендә үткән “Аҡмулла нәсихәттәре” фольклор байрамы, Ф.Иҡсанов ис. призға “Моңға бай гармун байрамы” гармун байрамы, “Дуҫлыҡ сәскәлеге” (“Соцветие Дружбы”) халыҡ ижады фестивале, “Берҙәмлек — Содружество” Халыҡ-ара халыҡ ижады фестивалдәре һ.б. ҙур йоғонто яһай. 1996 й. “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөткән 175,  2000 й. – 293, 2002 й.– 369 (бөтәһе 1987 Ф.а.; 27 меңдән ашыу ҡатнашыусы), 2004 й. – 93 (2168; 30 меңдән ашыу), 2006 й. – 582 (2336; 32 меңдән ашыу), 2009 й. — 869 Ф.а. (2439; 33 меңдән ашыу) эшләй. Ф.а. проф. етәкселәре Сәнғәт академияһында, Октябрьский музыка училищеһында, Салауат музыка колледжында, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында һ.б. әҙерләнә. 1996 й. фольклор байрамдарын, конкурстарҙы, конф., мастер-кластар һ.б. үткәреүҙә ярҙам итер өсөн Өфө балалар фольклор‑методик үҙәк ойошторола. Республикала урындағы фольклор традициялары  үҫеше “Башҡорт халҡының яңынан тергеҙелеүе һәм үҫеше” (1996), “БР халыҡтары фольклорын өйрәнеү, яңынан тергеҙеү һәм үҫтереү тураһында программа” (2002), “2006—2010 йылдарға БР‑ҙа мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүҙең комплекслы программаһы тураһында” (2006) һ.б. ҡарарҙарға ярашлы башҡарыла. Билдәле Ф.а. араһында: башҡ. — “Аяз” (Октябрьский ҡ.), “Ҡабырсаҡ”, “Ҡобайыр”, “Күндрәккәй” (Стәрлебаш р‑ны), “Ҡош юлы” (Хәйбулла р‑ны), “Миләш” (Әбйәлил р‑ны), “Хазина” (Учалы р‑ны), Хәсәновтарҙың ғаилә фольклор ансамбле, “Хәтирә”, “Әхирәттәр”; урыҫ — “Милый мой хоровод”, “Русские узоры”, “Таусень”, “Щедрый вечер” (Октябрьский); сыуаш — “Нарспи”, “Туслох” (Мәләүез ҡ.), “Шура хуран” (Бишбүләк р‑ны); татар — “Һандуғас”, “Ынйылар” (Благовар р‑ны); удмурт — “Чибориё” (Балтас р‑ны), “Шулдыр жыт” (Тәтешле р‑ны); мари — “Чимари” (Нуриман р‑ны), “Ший памаш” (Мишкә р‑ны), “Эрвел”; мордва — “Килейне” (Фёдоровка р‑ны), “Эрзяночка” (Дыуан р‑ны); немец — “Фолькскланг”; украин — “Червона калына” (Шишмә р‑ны); казак — “Казачьи напевы” (Өфө р‑ны); керәшен ансамбле — “Сонэкэй” (Баҡалы р‑ны); балалар — “Бызы быт”, “Мораҙым” (икеһе лә – Ғафури р‑ны), “Здравица” (Бәләбәй р‑ны), “Зоренька” (Күмертау ҡ.), “Ивален” (Дәүләкән р‑ны), “Киндеркүл” (Миәкә р‑ны), “Мирас” (Благовар р‑ны), “Узорица”, “Уландар” (Ейәнсура р‑ны) һ.б. ансамблдәр. Ф.а. шулай уҡ Башҡортостандың проф. сәнғәтендә бар (ҡара: “Каруанһарай”, “Мирас”, “Йәдкәр”).

Р.Ғ.Рәхимов, Э.И.Әхмәтйәнова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика