ФИШЕР Римма Лазаревна (5.4.1900, Полтава  ҡ. – 4.4.1968, Өфө), вокал б‑са педагог, йырсы (колоратуралы сопрано). Фп. класы б‑са С.‑Петербург консерваторияһын тамамлаған (1921), 1939—40 йй. Гнесиндар ис. Дәүләт муз.‑пед. ин‑тында (Мәскәү) вокал класы б‑са уҡыған. 1921—39 йй. Украина баш ҡала операһы (Харьков ҡ.), Украина ССР Акад. опера һәм балет театры (Киев) солисы. 1941 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй: БДОБТ‑ла вокал б‑са педагог, 1946—61 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Төп партиялары: Розина (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Джильда (“Риголетто”, Дж.Верди), Ҡарһылыу (Н.А.Римский‑Корсаковтың ш. уҡ исемле операһы) һ.б. СССР‑ҙың халыҡ артистары М.О.Рейзен, И.С.Козловский м‑н сығыш яһай. Уҡыусылары араһында Н.И.Бызина, М.Ғ.Сәлиғәскәрова, БАССР‑ҙың атҡ. артистары Ф.Г.Ҡарасурина һәм Ю.В.Суханов, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре С.А.Вәлидова һәм Ш.Г.Хәбибуллин.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика