ФИЛОНОВ Алексей Иванович (25.3.1907, Өфө – 14.2.1996, шунда уҡ), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Ленинград художество‑сәнәғәт техникумын тамамлаған (1929). 1931 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) “Башкиргражданпроект”, 1966—67 йй. һәм 1970 йй. “Башколхозпроект” ин‑ты (икеһе лә – Өфө) архитекторы. Баймаҡ, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Ишембай эшселәр ҡасабаһының (1938—39; ҡара: Ҡала төҙөлөшө) ген. пландары, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ., Бишбүләк (Бишбүләк р‑ны), Үрге Йәркәй (Илеш р‑ны), Раевка (Әлшәй р‑ны), Йомағужа (Күгәрсен р‑ны; бөтәһе лә – 1940 йй. аҙ. – 1960 йй.) кварталдарын, биналарын планлаштырыу авторы һәм авторҙашы. Байтаҡ торлаҡ йорттар, ш. иҫ. Өфө моторҙар эшләү з‑ды (1935; ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе), Тау ҡорамалдары з‑ды (1936; ҡара: Горнас), Белгестәр йорто (1937, 1‑се сираты, Г.Д.Вагин м‑н берлектә); йәмәғәт биналарын, ш. иҫ. Башҡ. мед. ин‑тының төп корпусын (1937; Тардисян м‑н берлектә; ҡара: Медицина университеты; бөтәһе лә — Өфө) проекттарын эшләй. Архитекторҙар союзының Башҡ‑н бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Строители Башкортостана. Уфа, 2001.

А.Е.Григорьева

Текст на русском языке

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика