ФИЛИППОВА Ирина Николаевна (5.6.1957, Ырымбур ҡ.), балетмейстер. Проф. (2005). Ҡабарҙы‑Балҡар Республикаһының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2015). БДОБТ эргәһендәге балет студияһын (1974; педагогы М.А.Таһирова), Н.К.Крупская ис. Ленинград мәҙәниәт ин‑тын (1978; педагогы Б.Я. Брегвадзе), ГИТИС‑ты (1983; педагогы О.Г.Тарасова) тамамлаған. 1978—81 йй. Алтай мәҙәниәт ин‑тында (Барнаул ҡ.), 1983 й. алып ӨДСИ‑лә, 1992 й. — Б.В.Щукин ис. Театр уч‑щеһында, бер үк ваҡытта 2002—2010 йй. Рәсәй театр сәнғәте акад. һәм 2008—10 йй. М.С.Щепкин ис. Театр уч‑щеһында уҡыта. Ижадына нигеҙендә джаз-бейеү һәм модерн бейеү булған заманса хореографияның төрлө стилдәре хас. БР, Рәсәй һәм сит ил театрҙарында 100‑ҙән ашыу спектакль һәм мюзикл ҡуйған. Пассау ҡ. цирк шоуы (Германия, 1995), Ҡыҙыл майҙанда Халыҡ‑ара цирк сәнғәте фестивале (1996), А.С. Пушкиндың “Борис Годунов” спектакле (Мәскәү, 2000), Д.О'Коннорҙың “Транс” мюзиклы (Лондон, 2001), “Шангрилдың боҙҙағы шоуы” (“Ледовое шоу Шангрила”; Токио, 2004) һ.б. иң мөһим эштәре булып тора. Башҡорт драма театрында: Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Алмағастар сәскә атҡан саҡта” (1989), Ф.М.Бүләковтың “Талаҡ, талаҡ” (1992) һәм “Бибинур, ах, Бибинур!” (1995), Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са “Илай белмәгән ҡатын” (1993) спектаклдәрендә; Урыҫ драма театрында: В.К.Арроның “Иҫке йорттағы биш романс” (“Пять романсов в старом доме”; 1984), А.П.Чеховтың “Сейә баҡсаһы” (“Вишнёвый сад”; 1985), А.Т.Аверченко, М.М. Зощенко һәм Н.А.Тэффи әҫәрҙәре б‑са “Был ниндәй тормош ул...” (“Что это за жизнь такая...”; 1990) спектаклдәрендә; Милли Йәштәр театрында: Чеховтың “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”; 1996), П. Бомаршеның “Тынғыһыҙ көн, йәки Фигароның өйләнеүе” (“Безумный день, или Женитьба Фигаро”; 2010) һ.б. спектаклдәрҙә һығылмалы бейеү образдары тыуҙыра. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Бүләковтың “Онотолған доға” (1993) пьесаһы б‑са эше иң сағыу булып иҫәпләнә. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1994).

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Текст на русском языке