БАРЫМТА, төрки һәм монгол халыҡтарында йола хоҡуғы нормаһы, малды, мөлкәтте, ш. уҡ урланған ҡыҙҙы (ҡара: Ҡыҙ урлау), ырыу йәки ҡәбиләнең башҡа ағзаларын көс м‑н ҡайтарып алыу. Бәхәсте тыныс юл м‑н хәл итеп булмаған осраҡта кәмһетеү һәм матди зыян өсөн үҙенсәлекле иҡт. үс ҡайтарыу ысулы булған. Ҡарымта булдырмаҫ өсөн Б. т‑да алдан хәбәр ебәреү ҡабул ителгән була. Аҡрынлап мал алып ҡасыу маҡсатында ойошторолған баҫҡынсылыҡ осраҡтарының бөтәһе лә Б. тип атала башлай. “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күсәк” һ.б. башҡ. эпостарында сағылыш тапҡан.

Әҙәб.: Фукс С.Л. Барымта //Учёные записки Харьковского юридического института. Харьков, 1948. Вып.3; Валеев Д.Ж. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 1989.

Д.Ж.Вәлиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика