ФӘХРУЛЛИНА Резида Рауил ҡыҙы (1.4.1962, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Үрге Маншыр а.), актриса. БР‑ҙың (2003) һәм ТР‑ҙың (2006) халыҡ, БР‑ҙың атҡ. (1995) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1992). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1986, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) БАДТ, 1991 й. алып Өфө “Нур” татар театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 2007 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта.

Лирик-драматик актриса. Башҡорт драма театрында: Әлиә (“Майҙан тотабыҙ”, Н.Асанбаев; дебют, 1986), Гөлзифа (“Башҡорт туйы”), Илфирә (“Аманатҡа хыянат”, Ф.В.Боғҙанов); “Нур” театрында төп ролдәре: Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, У.Шекспир), Гөлсөм [Ғ.Исхаҡиҙың “Көҙ” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль], Зөлфиә (“Үҙеңдең йөрәгеңде аяуһыҙландырма”, Р.Ҡол‑Дәүләт) һ.б. Шәмсиғаян (“Өс аршин ер”, А.М.Ғиләжев), Мәҙинә (“Ай булмаһа, йондоҙ бар”, Т.Ғ.Миңнуллин), Дилбәр (“Гүргә инер сер ине”, Р.М.Кинйәбаев) ролдәре характерҙы тәрән аңлау, геройының эске донъяһын, уның фажиғәле яҙмышын тулыһынса асыу м‑н айырыла. Ф. иң күренекле ролдәренең береһе — Ольга образын [А.П.Чеховтың “Апалы-һеңлеле өсәү” (“Три сестры”) пьесаһы мотивтары б‑са Л.‑М.Зайлаускастың “Апалы‑һеңлеле өсәү. Йылдар үткәс…” — “Три сестры. Годы спустя…” спектакле] сағыу драматик экспрессия, тәьҫирле пластика, киҫкен психологизм м‑н кәүҙәләндерә. “Көлөрһөң дә, көйөрһөң дә”, “Йыр булып ҡайтырмын!”, “Йәшлек мөғжизәләре” һ.б. театрлаштырылған тамашалар режиссёры. “Ике алыҫ‑яҡын ҡыштар” (“Две далёкие‑близкие зимы”; “Башҡортостан” к/ст, 1996) к/ф төшә. “Наурыҙ” Халыҡ-ара төрки халыҡтар театр фестивале лауреаты (Ҡазан, 1998).

Әҙәб.: Нуртдинов Р. К вершинам созидания. Уфа, 2005; Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. Уфа, 2006.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика