ФӘХРЕТДИНОВ Әнүәр (Адольф) Нуретдин улы (13.2.1928, Пермь ҡ. — 2.4.1987, Өфө), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. (1969), БАССР‑ҙың халыҡ (1959) һәм атҡ. (1953) артисы. 1942 й. алып Дүртөйлө колхоз-совхоз театры актёры, 1946 й. — Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1965— 70 йй. педагог‑репетиторы, 1975—78 йй. художество етәксеһе, 1986—87 йй. Өфө хореография уч‑щеһы педагог‑хореографы. Юғары башҡарыу техникаһына, еңел һикерешкә, тасуири пластикаға, сағыу ижади үҙенсәлеккә эйә. “Өс туған”, “Ғашиҡ төҙөүселәр”, “Төньяҡ амурҙары” бейеүҙәрендә яңғыҙ партиялар башҡара. “Шаян ҡыҙҙар” бейеүендә Ф. тыуҙырған ебегән егеттең колоритлы образы был ролде башҡарыуҙың эталонына әүерелә. “Бүләк”, “Тау бөркөтө” башҡ., “Әпипә”, “Кейәү егет” татар һ.б. бейеүҙәрҙә артистың сағыу үҙенсәлеге күренә. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) АССР‑ҙарында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша. СССР һәм донъяның 40‑тан ашыу иле буйлап гастролдәрҙә була. Дүртөйлө эшселәр ҡасабаһында, Ишембай, Күмертау ҡҡ. (1980— 85) балалар хореография ансамблдәрен ойоштора. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953; Мәскәү, 1957; Вена, 1959) лауреаты; Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (Мәскәү, 1960) дипломанты. “Почёт Билдәһе” (1955) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа (2016) һәм Дүртөйлө урта мәктәбе №1 бинаһында Ф. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018