ФӘТХЕТДИНОВ Салауат Зәки улы (10.1.1960, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Аҡсәйет а.), йырсы. Проф. (2013). РФ‑тың атҡ. (2005), ТР‑ҙың халыҡ (1995), ТР‑ҙың (1991) һәм БР‑ҙың (2010) атҡ. артисы, Ульянов өлк. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2010), автомобиль спорты б‑са халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры (2005). Ҡазан мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1989; Х.Л.Кумысников курсы). 1977 й. алып Илмәт а. мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1981 й. — дир., 1982 й. — Аҡсәйет а. мәҙәниәт йортоноң дир. (икеһе лә – Тәтешле р‑ны), 1989 й. башлап Ҡала мәҙәниәт һарайы методисы, 1992 й. – “Салауат” йыр театры (икеһе лә – Яр Саллы ҡ.) дир., 2002 й. — “Салауат” йәштәр үҙәгенең художество етәксеһе (Ҡазан), бер үк ваҡытта 1993 й. алып Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт ун‑тының театр эстрадаһы каф. мөдире. Киң диапазонлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә. Репертуарында башҡ. һәм татар авторҙарының йырҙары һәм халыҡ йырҙары. Рәсәй, Германия, АҠШ, Төркиә, Финляндия буйлап гастролдәрҙә була. “Татар йыры” Халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан; 1989, 2002—09) лауреаты. ТР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. (2008), М.Йәлил ис. пр. (2003), Ә.Атнабаев ис. пр. (2010) лауреаты. Автокросс б‑са Рәсәй чемп. (2 тапҡыр, 2008; 2009), Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2006). Сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Э.Әәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика