ФӘТИХОВА Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы (3.1.1954, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а.), эстрада артисы. БР‑ҙың халыҡ (2012), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1974; К.Ф.Ғәҙелшин курсы). 1972 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БАДТ‑ла баянсы‑концертмейстр, 1975—2014 йй. Башҡ. филармонияһының һөйләү жанры артисы. Ижадына юғары актёр оҫталығы, эмоционаллек хас; уның тарафынан Ю.Х.Салауатовтың “Әбей армияла”, “Ҡәйнә”, Ф.Х.Иҡсановтың “Иҫерек ҡатын”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Йәшлек менән осрашыу”, М.Н.Кәримовтың “Тормош ғашиҡтарға”, Т.Ғ.Миңнуллиндың “Маһибәҙәр батыр”, З.Хәкимдең “Ауылда рок” һ.б. интермедияларында үҙенсәлекле комик образдар тыуҙырылған. “Лилиә Фәтихова никах яңырта”, “Йылмайып көлөп кенә”, “Көлөп йәшәүҙәре бер ғүмер”, “Лилиә Фәтихова розыскала!” тигән яңғыҙ концерт программалары м‑н сығыш яһай. СССР һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Ғәлимйән Ибраһимов ис. пр. лауреаты (2008).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика