ФӘСХЕТДИНОВ Ридик Әхмәт улы (16.3.1940, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а.), баянсы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1982) һәм атҡ. (1974) артисы. Ә.Ә.Фәсхетдиновтың ағаһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1962; П.С.Петров класы) Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡбейеүҙәре ансамбле) концертмейстеры. 1975 й. алып Башҡ. филармонияһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының баянсы‑солисы, 2004 й. — солисы. Башҡарыу сәнғәте сағыу импровизация, муз. әҫәрҙәрҙе тәьҫирле һәм хис‑тойғоло, үҙенсәлекле интерпретациялау, камил башҡарыу техникаһы, юғары аккомпаниаторлыҡ оҫталығы м‑н айырыла. Репертуарында Н.Я.Чайкиндың Баян м‑н оркестр өсөн концерты, башҡ. халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен, ш. иҫ. “Төйәләҫ” үҙ эшкәртмәһендә, Х.Ф.Әхмәтов, Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, А.С.Ключарёв, Р.М.Хәсәнов һ.б. яҙмаларын баян өсөн эшкәртмәләр, башҡ., татар, урыҫ, афған, венгр, монгол, пакистан халыҡ муз. темаларына попурри. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙнаһында (1961), Мәскәү—Дрезден—Рим—Флоренция—Венеция—Варшава маршруты б‑са “ЮНЕСКО‑ның донъя мәҙәни ҡаҙаныштары. Цивилизациялар диалогы” экспедицияһында (2002) ҡатнаша. СССР, Рәсәй буйлап һәм донъяның 24 илендә гастролдәрҙә була. Халыҡ‑ара халыҡ муз. ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурс‑фестивале дипломанты (Магнитогорск ҡ., 2007).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика