БАЛАҪ ҺУҒЫУ, ҡул м‑н туҡыу (ҡара: Туҡыусылыҡ) техникаһын ҡулланып художестволы әйберҙәр әҙерләү. Башҡорттарҙа традицион шөғөл, ваҡыт үтеү м‑н кустарь кәсепкә әүерелгән; биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнөнән һәм кәзә дебетенән иләнгән еп файҙаланғандар, ҡайһы ваҡыт кизе-мамыҡ еп ҡушҡандар. Балаҫты горизонталь станок — урында һуҡҡандар. Нигеҙҙә, буй биҙәкле балаҫ (буй балаҫ) һәм геометрик йәки сәскә-үҫемлек биҙәкле келәм, аҫалы балаҫ, һирәгерәк өбөрөлө балаҫ (кейеҙ, келәм) эшләгәндәр. Традицион балаҫты тар шөйтөлө станокта тар (18—25 см) итеп һуҡҡандар, артабан кәрәкле оҙонлоҡта ҡырҡып алып, остарын теккәндәр. Буй һыҙыҡлы балаҫтың биҙәге буй ептән яһалған һәм төрлө төҫлө шыма йәки һырлы таҫмаларҙан торған, төҫтәре билдәле бер аралыҡтан ҡабатланып килгән. Буй балаҫтар, нигеҙҙә, Урал аръяғында һәм Башҡортостандың көньяғында таралған. Биҙәкле балаҫты киңерәк (40—60 см) итеп һуҡҡандар, сите төп өлөшө м‑н бергә, һирәгерәк айырым һуғылған; балаҫта 2—3 буй бергә ҡушылған. Биҙәк төшөргән ваҡытта арҡау еп төп роль уйнаған. Һәр төҫтөң үҙ һоҫаһы булған; биҙәк элементтары ҡушылған урындарҙа буй еп ике яҡтан эләктерелгән. Өбөрөлө келәм һуҡҡанда буй епкә төҫлө йөн епте төйнәп бәйләгәндәр, остарын, биҙәк яһап, уң яҡҡа сығарып ҡалдырғандар. Келәмгә эре геометрик йәки сәскә‑үҫемлек биҙәктәре, уларҙың уртаһына вағыраҡ элементтар (ромб, өсмөйөш, алтымөйөш, һигеҙ ҡырлы йондоҙ, квадрат, тешле һыҙаттар, мөгөҙҙәр) төшөрөлгән, ситтәре тешле, ромблы, кәкерсәкле һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән. Тотош ромб рәүешендәге биҙәк м‑н ҡапланған келәмдәр осраған. Келәмдәр Урал алды һәм көнсығыш Урал аръяғында таралған. Боронғо балаҫтар тәбиғи төҫтәге аҡ, һоро, көрән йөндән һуғылған. Шулай уҡ тәбиғи буяуҙарға (марена, һыйыртел һ.б.) манылған ҡыҙыл, һары, йәшел һ.б. төҫлө ептәр ҡулланылған, 19 б. анилин буяуҙар файҙаланыла башлағас, төҫтәр гаммаһы байыған. Келәмде традицион интерьерҙа ҡулланғандар: уны тирмә йәки йорт стенаһына элгәндәр, урындыҡҡа, һикегә, иҙәнгә түшәгәндәр. Аҫалы балаҫтар бирнәгә ингән. Б.һ. хужалыҡта һарыҡсылыҡ үҫешкән төбәктәрҙә таралған. Ҡаҙағстан, Урта Азия, Төньяҡ Кавказ һәм Яҡын Көнсығыштың малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән халыҡтарында үҫешкән була.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика