ФӘРХИ Хәниә (ысын исеме Биктаһирова Хәниә Фәрхислам ҡыҙы; 10.6. 1960, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Үрге Сәләй а. — 27.7.2017, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрге Тәтешле а., Ҡазанда ерләнгән), йырсы. ТР‑ҙың халыҡ (2000) һәм атҡ. (1996) артисы. Ҡазан театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1985; Р.М.Батуллин курсы) К.Тинчурин ис. Татар драма һәм комедия театры (Ҡазан) актрисаһы, 1989 й. алып “Йыр һәм мәрхәмәтлелек” театр-студияһы (Яр Саллы ҡ.), 1992 й. — “Байрам” театр ижади коллективы (Ҡазан), 2000 й. — “Энергетик” мәҙәниәт һарайы (Яр Саллы) артисы, 2006 й. башлап “Байрам” театр‑студияһының (Ҡазан) художество етәксеһе. Киң диапазонлы көслө тауышҡа эйә; башҡарыу манераһына хислелек, тәьҫирлелек һәм тасуирилыҡ хас. Репертуарында башҡ. һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, татар халыҡ йырҙары. Үҙ шиғырҙарына йырҙар авторы. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. “Татар йыры” Халыҡ-ара эстрада фестивале (2000—16), “Һандуғас” Төбәк йыр фестивале (1999, 2000; икеһе лә — Ҡазан) лауреаты.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина