ФӘРХЕТДИНОВА (Бәкерова) Зөлфирә Әғләм ҡыҙы (8.4.1943, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Маты а.), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). Пед. ф. канд. (2004), проф. (2013). РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2012), БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1974). Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1969; А.Т.Москаленко класы) 2001 й. тиклем БДОБТ солисы, 1999 й. алып БДПУ‑ның муз. белем биреү каф. мөдире, 2012 й. алып уҡытыусыһы. Яғымлы матур тауышҡа, артислыҡ һәләтенә эйә. Башҡ., урыҫ һәм сит ил композиторҙары операларында 30‑ҙан ашыу партия башҡара. Төп партиялары: Прилепа (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама” , П.И.Чайковский; дебют, 1969), Джильда (“Риголетто”), Виолетта (“Травиата”; икеһе лә — Дж.Верди), Ләйлә (“Ынйы эҙләүселәр” — “Искатели жемчуга”, Ж.Бизе), Әминә һәм Аннушка (“Салауат Юлаев”) һ.б. партиялар. Бибинур (“Замандаштар”), Банат (“Кейәүҙәр”, С.Ғ.Садиҡова һәм Р.Ғ.Ғөбәйҙуллин, 1973), Яҙгөл (“Мөхәббәт ялҡындары”, Т.М.Шәрипов, 1983), Нәркәс (“Нәркәс”, Х.Ф.Әхмәтов, 1994) партияларын; Әхмәтов, А.М.Ҡобағошов, Р.Ф.Кәлимуллин һ.б. ҡайһы бер әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, С.Ә.Низаметдинов, Н.Ғ.Сабитов , Р.М.Хәсәнов һ.б. вокаль әҫәрҙәре; урыҫ һәм сит ил комп. операларынан ариялар һәм романстар, башҡ. халыҡ йырҙары (“Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Таштуғай”, “Һыр”, “Шәл бәйләнем”) һ.б. бар. Мәскәүҙә (1961), Яҡутияла (1973) Башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙналарында ҡатнаша. СССР, Германия, Финляндия, Швеция буйлап гастролдәрҙә була. Муз. пед. б‑са 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу-методик әсбаптар авторы.

Х е ҙ м.: Активизация познавательной деятельности будущего учителя музыки. Уфа, 2006.

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке