ФӘЙЗУЛЛИНА Дариға Закир ҡыҙы (1.1.1932, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а.), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1966) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1964). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952; Х.Бохарский курсы) 1987 й. тиклем БАДТ, 1995—2004 йй. Өфө “Нур” татар театры актрисаһы.

Тәрән драматик һәләтле, киң диапазонлы актриса. Репертуарында башҡ. авторҙарының пьесалары б‑са муз., комик ролдәр: Майя (“Их, Өфө ҡыҙҙары!”, И.Ә.Абдуллин), Алмагөл (“Тилекәй”, Р.Ә.Сафин), Туҡтабикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим); донъя классик драматургияһы әҫәрҙәренән трагик образдар: леди Макбет (“Макбет”, У.Шекспир), леди Мильфорд (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), королева Мария (“Мария Тюдор”, В.Гюго). М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектаклендә Ғәлимә образы иң уңышлы ролдәренең береһе була. “Нур” театры сәхнәһендә Зифа (“Үлтер мине, күгәрсенкәйем!” — “Убей меня, голубчик!”, А.Несин), Журналистка (“Имәнес зат” — “Волосатое чудо”, Аманулла), Күрше [М.А.Ғиләжевтең “Бисура” пьесаһы б‑са “Төш күреүҙәр”] һ.б. ролдәрен башҡара. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика