ФӘЙЗУЛЛИН Айытбай Абдулхаҡ улы [10.8.1953, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Әбделнасир а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны)], бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1974). 1975—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1996 й. алып 96‑сы лицейҙа, 2002 й. — Ҡ.Дәүләткилдеев ис. респ. һынлы сәнғәт гимназия‑интернатында (икеһе лә – Өфө) уҡыта, 2003 й. Ҡыйғы район мәҙәниәт йортоноң реж.‑хореографы, 2004 й. башлап художество етәксеһе. Сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә. Ф. бейеүе экспрессия, драматик тасуирлыҡ, оҫта техника м‑н айырыла. “Гөлнәзирә”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Өс туған”, “Төньяҡ амурҙары”, “Бесәнселәр” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут АССР‑ҙарында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Украина ССР‑ының Запорожье өлкәһендә Башҡорт әҙәбиәте көндәрендә (икеһе лә – 1978), “Башҡортостан—Галле” Дуҫлыҡ аҙналығында (ГДР, 1979), Мәскәүҙә БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1987) ҡатнаша. СССР һәм донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә була. Ҡыйғы район мәҙәниәт йорто эргәһендәге “Әйлеләр” фольклор ансамблен ойоштороусы.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика