ФӘЙЗИ (Фәйзуллин) Рәфғәт Шакирйән улы (3.8.1904, Ырымбур ҡ. — 5.9.1983, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1964) һәм атҡ. (1944) артисы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Волга аръяғы хәрби округы сәйәси идаралығы эргәһендәге драма студияһын тамамлаған (Һамар ҡ., 1920), 1924—27 йй. Мәскәү халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге Проф.‑техник белем биреү идаралығы к/ст кино мәктәбендә (реж. В.Р.Гардин лаб.) уҡый. 1920 й. алып Ырымбур, Орск, Ҡазан, Мәскәү, Әстерхан ҡҡ. төрлө сәхнә коллективтарында актёр, режиссёр. 1934 й. башлап БАДТ актёры, реж., бер үк ваҡытта 1940 йй. уртаһынан Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыта, 1959—71 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑ты режиссёры.

Үҙенең сәхнә образдарын сағыу үҙенсәлек м‑н кәүҙәләндергән киҫкен характерлы актёр. Төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙә бик күп ролдәр башҡара: Исмәғил (“Ғәлиәбаныу”), Франц Моор (“Юлбаҫарҙар”, Ф.Шиллер), Шуйский (“Борис Годунов”, А.С.Пушкин), Берест (“Платон Кречет”, А.Е.Корнейчук) һ.б. Ижадында Яго образы (“Отелло”, У.Шекспир) аяуһыҙ яуызлыҡты, мәкерлекте һәм көнсөллөктө сағылдырыуҙа иң юғары ҡаҙанышы була. Ф. режиссёрлыҡ ижады поэтик күтәренкелек, кәүҙәләндереү сараларының ябай һәм йыйнаҡ булыуы м‑н билдәле. Башҡорт драма театры сәхнәһендә М.Кәримдең “Туй дауам итә” (1947), Н.Нәжмиҙең “Саҡырылмаған ҡунаҡ” (1954), Н.Иҫәнбәттең “Муса Йәлил” (1956) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. Башҡ. ТВ‑ның тәүге режиссёрҙарының береһе. Тәүге “Һаумы, Өфө!” (“Здравствуй, Уфа!”) телевизион фильмын, Пушкиндың “Бәләкәй трагедиялар” (“Маленькие трагедии”) повесы б‑са “Таш ҡунаҡ” (“Каменный гость”) һәм “Һаран рыцарь” (“Скупой рыцарь”), С.Т.Айытматовтың “Беренсе уҡытыусы” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль, К.Ғ.Тинчуриндың “Американ” повесы б‑са телеспектаклдәр төшөрә. “Өмөт” (“Баштелефильм”, 1972) фильмында Ҡарт ролен башҡара. Уҡыусылары араһында Ғ.Ғ.Ғиләжев, Р.М.Әйүпов. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Өфөлә Ф. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Валеева А. Телевидение — жизнь моя. Уфа, 2008.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.:Р.Фәйзи Яго ролендә(“Отелло”, У.Шекспир)

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика