ФЁДОРОВА Мария Васильевна (13.12.1923, Өфө – 21.4.1982, шунда уҡ), китапханасы. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1974). Ленинград китапхана ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) БАССР‑ҙың Н.К.Крупская ис. Респ. китапханаһында эшләй: уҡыу залының өлкән китапханасыһы, 1950 й. алып мөдире, 1960 й. — баш китапханасы, 1975 й. башлап бүлек мөдире. Респ. китапхана хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын арттырыуға булышлыҡ итә. Ф. етәкс. төп китап һаҡлау фондына яңынан инвентаризация үткәрелә, китапхананың белешмә‑библиографик аппараты камиллаштырыла.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика