ФЕДЕРЯЕВ Александр Алексеевич (30.1.1962, Силәбе өлк. Кропачёво ҡсб), актёр. РФ‑тың атҡ. (2014), БР‑ҙың халыҡ (2004) һәм атҡ. (1998) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; И.Р.Мельниченко курсы) БР‑ҙың Урыҫ драма театры актёры. Геройҙарҙы, ш. иҫ. кире образдарҙы, ҙур оҫталыҡ м‑н кәүҙәләндереүсе характерлы актёр. Репертуарында сит ил — Валер (“Тартюф”, Мольер), Шантеклер (Э.Ростандың ш. уҡ исемле пьесаһы), Петруччио (“Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу” — “Укрощение строптивой”, У.Шекспир), Дон Мануэль (“Күҙгә күренмәҫ ханым” — “Дама- невидимка”, П.Кальдерон); урыҫ — Красильников (“Батша Фёдор Иоаннович” — “Царь Фёдор Иоаннович”, А.К.Толстой; дебют, 1983), Подхалюзин (“Банкрот, йәки Үҙ кешеләр — иҫәпләшербеҙ!” — “Банкрот, или Свои люди сочтёмся!”), Мизгирь (“Ҡарһылыу” — “Снегурочка”; икеһе лә — А.Н.Островский), Жевакин (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь) драматургияһы әҫәрҙәре б‑са ролдәр, улар араһында Арбенин (“Маскарад”, М.Ю.Лермонтов) һәм Павел Кирсанов (И.С. Тургеневтың “Атайҙар һәм балалар”— “Отцы и дети” романы б‑са П.Ю. Шерешевскийҙың ш. уҡ исемле инсценировкаһы) образдары айырылып тора. Кино‑, телефильмдарҙа төшә: “Һоро сысҡан” (“Серая мышь”, 1988; Свердловск к/ст), “Айыу” (“Медведь”, 2005; “Студия Vista Vision” ЯСЙ), “Мегаджунглис”, “Елғыуар” (“Ловец ветра”; икеһе лә — 2010; “Башҡортостан” к/ст). Д.Стейнбектың “Сысҡандар һәм кешеләр тураһында” (“О мышах и людях”) романы б‑са “Ҡуянды үлтереү” (“Убить кролика”), У.Голдингтың “Себендәрҙең хакимы” (“Повелитель мух”) романы б‑са “Мәрйенле утрау” (“Коралловый остров”) сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр; шиғырҙар авторы. Төрлө респ. телепрограммаларын алып барыусы. А.Миронов ис. Бөтә Рәсәй актёр йыры конкурсы дипломанты (Түб. Новгород, 1994).

Х е ҙ м.: Лирика. Уфа, 1999; Сказание о пылком Абду-Малеке и о луноликой Зану или Поэма о страсти. Уфа, 2004.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018