БАРЫКИН Николай Петрович (11.8.1938, Сталинград), инженер-металлург. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1988). Куйбышев авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) ӨМЭЗ‑дә эшләй, 1964 й. алып — ӨАИ‑ла (1973 й. башлап металдарҙы баҫым м‑н эшкәртеү машиналары һәм технологиялары каф. мөдире). 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1997 й. башлап ғилми эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2005—06 йй. ин‑т дир. вазифаһын башҡарыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре пластик деформация ваҡытындағы сиктәш эффекттарҙың моделен яһау, пластик формалашыу процестары ваҡытында, ш. иҫ. үтәһығылмалылыҡ шарттарында, ышҡылыу законлыҡтарын табыуға арналған. Б. етәкс. машина һәм приборҙар эшләүҙә ҡатмарлы профилле деталдәр производствоһы өсөн энергияны аҙ сарыф итеүсе технологиялар уйлап табыла, улар БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 56 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Структурно-механические модели материалов в условиях процессов обработки давлением и последующей эксплуатации //Кузнечно-штамповочное производство. 1999. №4; The Influence of Deformation Heat Treatment on the Structure and Wear Resistance //Journal of Materials Engineering and Performance. 1997. Vol.6. №1 (авторҙ.).

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика