ФАЙН Моисей Григорьевич (21.2.1880, Ковно губ. Ковно ҡ. – 18.4.1967, Өфө), скрипкасы, педагог. Варшава (1904; С.К.Барцевич класы) һәм Лейпциг (Германия, 1910; Г.Зитт класы) консерваторияларын тамамлаған. 1913 й. алып “Гевандхаус” симфоник оркестры (Лейпциг ҡ.) солисы. 1915 й. башлап Екатеринослав, Курск, Рузаевка ҡҡ. уҡыта. 1942 й. алып Өфөлә: Беренсе Дәүләт 2‑се баҫҡыс муз. мәктәбендә (ҡара: Музыка мәктәбе №1), Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. Башҡ‑нда скрипкала башҡарыу сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Пед. эшмәкәрлегендә классик уҡытыу принциптарына һәм алымдарына таяна. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Б.О.Абдулбанеев, О.А.Трофимова, БАССР‑ҙың — Л.Г.Ҡоҙаярова, А.М.Минков, БССР‑ҙың — Э.С.Мартиросьянц, М.Е.Швайштейн. Сәнғәт училищеһында уҡыусы скрипкасылар ансамблен (ҡара: Инструменталь ансамблдәр), камера концерттарын ойоштороусы һәм художество етәксеһе була. 1998 й. Ф. ис. Төбәк йәш скрипкасылар һәм виолончелистар фестивале булдырыла (Өфө).

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992; Швайштейн М.Е. Моисей Григорьевич Файн. Скрипач и педагог: твор. портр. Уфа, 1997.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика