“ҮТКӘН ҒҮМЕР”, “Ҡ а л д ы”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 20‑се б. 30‑сы йй. С.Ғәбәши яҙып ала. Шиғри тексы “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында, ноталары м‑н Ғ.З.Сөләймәнов яҙмаһында “Башҡорт халыҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Варианттарын Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, И.В.Салтыков яҙып ала. Лирик‑эпик характерҙағы йыр. Легендаһында бәхетле оҙон ғүмер юлын үткән ғашиҡтар т‑да хикәйәләнә. Улар тормош хаҡында тәрән уйҙар м‑н һуғарылған, ғүмерҙең тиҙ үтеүенә үкенес сағылған йыр ижад итә. Көйө мажор пентатоникаһына нигеҙләнгән. Башҡарыусылар араһында К.М.Дияров, “Мәсемташ” ҡурайсылар ансамбле. Р.Р.Йыһанов йырҙы тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова  

 

Нотная запись песни