ҮТӘШЕВ Хөрмәтулла Ғаззали улы (23.11.1959, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Солтанғужа а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Таштуғай а.), актёр. РФ‑тың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1998) артисы, БР‑ҙың халыҡ (1995) һәм атҡ. (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1991). ӨДСИ‑не (1986; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2005) тамамлаған. 1986 й. алып БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 2000 й. башлап дир., 2001 й. — төп эшмәкәрлек б‑са дир., 2005 й. — ген. дир. вазифаһын башҡарыусы, 2006 й. алып дир. урынбаҫары, 2011—12 йй. дир., бер үк ваҡытта 1991—2001 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта.

  Башлыса героик‑романтик пландағы актёр: Айтуған (“Утлы өйөрмә”, Ә.М.Мирзаһитов; дебют, 1986), Юлдыбай (“Башҡорт туйы”), Аҡйегет (“Ай тотолған төндә”), Салауат (“Салауат. Өн аралаш ете төш”; икеһе лә — М.Кәрим). Ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы образдарына тәрән психологизм, фәлс. йүнәлеш хас: Малик (“Төнгө ҡунаҡ”, Ф.В.Боғҙанов), Шайморатов (“…Шайморатов генерал”, Ф.М.Бүләков), Темуджин (“Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге”, Н.Абдыҡадиров). Шулай уҡ фарс һәм гротеск элементтары булған комик ролдәрендә актёрҙың күп яҡлы ижади һәләте асыла: Йәмил (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Жора (“Талаҡ, талаҡ!..”), Стенька Разин (“Бибинур, ах, Бибинур!”; икеһе лә – Бүләков) һ.б. Репертуарында сит ил әҙәбиәте әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙәге ролдәре: Петрюс (“Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир” — “Великодушный рогоносец”, Ф.Кроммелинк), Эгей (“Медея”, Еврипид), Доменико (“Илай белмәгән ҡатын” — “Женщина, которая не умеет плакать”, Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са), улар араһында бигерәк тә трагик Мак‑Мерфи образы айырылып тора (К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы” — “Полёт над гнездом кукушки” романы б‑са Ә.Ә.Абушахмановтың ш. уҡ исемле спектакле). Р.Киплингтың “Джунглиҙар китабы” (“Книга Джунглей”) б‑са үҙенең тәржемәһендә һәм инсценировкаһы б‑са “Маугли” спектаклен ҡуя (1995; Салауат башҡорт драма театры). К/ф ролдәре: Мәүлит (“Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Башҡортостан” к/ст, 2001), Тайан хан (“Сыңғыҙ хан сере” – “Тайна Чингис Хаана”, “Каропрокат” һәм “Ургэл В” к/ст “NYAMGAVAA FILM PRODUCTION” һәм “Brown Wolf Production” кинокомпаниялары м‑н берлектә, 2009). Р.Шарттың “Минең ҡатынымдың исеме Морис” (“Мою жену зовут Морис”), Н.М.Птушкинаның “Алдан түләйем” (“Плачу вперёд”), Р.Вальзерҙың “Якоб фон Гунтен” романы б‑са “Бенжамент институты” (“Институт Бенжамента”) һ.б. пьесаларын башҡ. теленә тәржемә итә. “Наурыҙ” Халыҡ-ара төрки халыҡтар театр (Ҡазан, 2002), “АРТ‑ОРДО” (Бишкәк, 2003), “Туғанлыҡ” Халыҡ‑ара төрки телле театрҙар (2006) фестивалдәре лауреаты. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2002).

Әҙәб.: Башкирское театральное искусство. Хурмат Утяшев //Культурное наследие народов России. Башкиры. М., 2003; Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. Уфа, 2006.

А.Ә.Балғазина

Тәрж.Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Х.Ғ.Үтәшев Сынтимер бей ролендә (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов)

Яндекс.Метрика