ҮҪМЕРҘӘР КИТАПХАНАҺЫ, Милли китапхана филиалы (1988). Өфөлә урынлашҡан. 1974 й. 6‑сы ҡала китапханаһы базаһында Респ. үҫмерҙәр китапханаһы булараҡ ойошторола, 2009 й. алып Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге. Фондта 180 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 172 мең баҫма документ, 14 мең аудио- һәм видеодокумент; 61 ваҡытлы баҫма (2011). Йыл һайын 10 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә, шуларҙың 64%‑ы үҫмерҙәр. Үҫмерҙәр м‑н эшләүсе респ. китапханалары һәм ойошмалары өсөн методик һәм библиографик әсбаптар баҫып сығарыла. Тыуған яҡты өйрәнеү б‑са уҡыуҙар, әҙәби кисәләр, фәнни‑ғәмәли конф., семинарҙар һ.б. үткәрелә. Ү.к. м‑н БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Т.М.Ағишева, Г.П.Фәйзуллина, Р.М.Фәхретдинов эшмәкәрлеге бәйле.

С.Р.Бишева

Тәрж.Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика