ҮРГЕ САУҘА МАЙҘАНЫ, 19 б. 1‑се ярт. ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә Карл Маркс, Коммунистик, Ленин һәм Пушкин урамдары араһында урынлашҡан. 18 б. аҙ. Өфө кремленән (исеме шунан алынған) төньяҡтараҡ Ағиҙел й. уң ярындағы ҡалҡыулыҡта барлыҡҡа килә, унда күп янғындарҙан һуң Түбәнге сауҙа майҙанының сауҙа рәттәре күсерелә. В.И.Гесте тарафынан эшләгән Өфө ген. планына ярашлы, Ү.с.м. ҡаланың бөтә үҙәк урамдары: Оло Ҡазан (хәҙ. Октябрь рев‑цияһы), Кесе Ҡазан (Свердлов; таш түшәлгән тәүге урам), Собор (Театр), Бекетов (Мостай Кәрим) урамдары килеп тоташҡан яңы административ‑сауҙа үҙәгенә әйләнә. Төп архитектур доминантаһын Каруанһарай тәшкил итә. 1864 й. уның тирәһендә Губерна музейы һәм китапхана төҙөлә, ш. уҡ Аксаков халыҡ йорто, Дворяндар йыйылышы бинаһы, “Гранд‑отель”, Оло Себер, Медведев, “Метрополь” һәм “Эрмитаж” ҡунаҡханалары урынлаша. 1886 й. Каруанһарай эргәһендә Өфө ҡала думаһы (ҡара: Ҡала думалары) һәм сауҙагәрҙәр Н.К.Блохин, К.И.Газе, С.М.Ларионов һ.б. иғәнәләренә Александр Невский часовняһы (ҡара: Архитектура) төҙөлә. 19 б. аҙ. классицизм стилендә (ҡара: Архитектура стилдәре) архитектур ансамбль булараҡ формалашып, Ү.с.м. Бөтә Рәсәй йәрминкәләре һәм төрлө байрамдар үткәреү урынына әүерелә. 1937—80 йй. майҙандың көнсығыш өлөшөн трамвай ҡулсаһы биләй. 1958 й. көнбайыш өлөшөндә ӨАИ комплексының 1‑се сираты төҙөлә (С.Ғ.Кәлимуллин проекты; бөтә тарихи ҡоролмаларҙы, ш. иҫ. Каруанһарайҙы, һүтеү ҡарала). 20 б. 80‑се йй. икенсе ярт. элекке сауҙа рәттәрен һәм Ү.с.м. реконструкциялау т‑да ҡарар ҡабул ителә (ҡара: Архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау; Мәҙәни мираҫ объекттары). 1995—2000 йй. тарихи комплексты реконструкциялау эштәре [архитекторҙары С.А.Голдобин (етәксеһе), С.Б.Голдобина һәм А.В.Давыденко] башҡарыла. Ү.с.м. архитектур‑композицион ансамблен фонтан, 2 һыҙат итеп һуҙылған фонарҙар, 2 ер аҫты һәм 2 ер өҫтө автотуҡталыштары формалаштыра.

Әҙәб.: Семёнова С.Ю. Как строилась и жила губернская Уфа (конец XVI – начало XX вв.): очерки. Уфа, 2004.

В.Ф.Сәфәров

 Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Үрге Сауҙа майҙаны. 20 б. башы

Яндекс.Метрика