ҮҘӘНБАЕВА Тәнзилә Хәмит ҡыҙы (2.1.1953, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Түләк а.), йырсы. РФ‑тың атҡ. (2004), БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1986) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1980; Б.Н.Вәлиева класы) Башҡ. филармонияһының эстрада, 1981 й. алып “Йәдкәр” фольклор ансамбле (2000 й. башлап етәксе) солисы, 2006 й. — Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 2009 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта. Башҡ. халыҡ йырҙарын һәм башҡ. композиторҙарының вокаль музыкаһын башҡарыусы күренекле йырсыларҙың береһе. Йомшаҡ тембрлы яғымлы тауышҡа, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә эйә. Башҡарыу сәнғәте ҙур оҫталыҡ, ихласлыҡ, тәрән трактовкалау м‑н айырылып тора. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары: “Баяс”, “Зөлхизә”, “Ирәмәл”, “Сәлимәкәй”, “Таштуғай”, ш. иҫ. һирәк башҡарылған “Дошман ҡырҙы Салауат”, “Бөҙрә тал”, “Ғәфифә”, “Тирмә”, “Туғанай”, “Дала”, һ.б.; ҡобайырҙар: “Башҡорт иле”, “Уралға мәҙхиә”, “Ҡурайға мәҙхиә” һәм мөнәжәттәр: “Ураҙа мөнәжәте”, “Уҡыйыҡ намаҙ, уҡыйыҡ Ҡөрьән”, “Нәсихәт мөнәжәте”; З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, К.Й.Рәхимов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б., ш. уҡ татар комп. А.З.Монасипов, С.Г.Садиҡова, Р.М.Яхиндың йырҙары һәм романстары. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976), Сыуаш АССР‑ындағы (1981) һәм Мәскәүҙәге (1987) БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй һәм сит илдәр (Германия, Греция, Франция, Һиндостан, Япония һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1972).

Әҙәб.: Танзиля Узянбаева. Жизнь и творчество. Уфа, 2009.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Т.Х.Үҙәнбаева

Яндекс.Метрика