ҮҘӘК КИТАПХАНА. Өфөлә урынлашҡан.1936 й. Черниковск эшселәр ҡасабаһының дөйөм китапханаһы булараҡ асыла, 1956 й. алып Өфөнөң ҡала китапханаһы, 1969 й. — Үҙәк ҡала китапханаһы. 1978 й. башлап Өфөнөң дөйөм китапханаларының Үҙәкләштерелгән системаһына етәкселек итә, составына 33 филиал инә (2010). Махсуслаштырылған үҫмерҙәр бүлеге бар. Фондта 240 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 195 мең китап, 2 мең аудио- һәм видеоматериалдар, 1 меңдән ашыу электрон баҫма; 500‑ҙән ашыу ваҡытлы баҫма (2010). Йыл һайын 13 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Филиалдар өсөн методик әсбаптар, йәмғиәттең актуаль проблемалары, яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады, Өфө тарихы һ.б. б‑са библиографик белешмәләр сығара. Ү.к. яҙыусылар м‑н осрашыуҙар, тематик кисәләр, китаптар һәм электрон баҫмалар презентациялары, видеолекторийҙар һ.б. ойошторола. Ү.к. м‑н БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Е.Ф.Ляшкова эшмәкәрлеге бәйле.

О.Н.Евдокимова

Тәрж.Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика