ҮҘӘК БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ. Өфөлә урынлашҡан.1928 й. Өфөнөң 7‑се балалар китапханаһы булараҡ асыла, 1961 й. Ш.Ә.Хоҙайбирҙин исеме бирелә, 1974 й. алып Ш.Ә.Хоҙайбирҙин ис. Ҡала үҙәк балалар китапханаһы. 1977 й. башлап Өфө балалар китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһы составына инә. Фондта 142 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 110 меңдән ашыу китап (башҡ. һәм РФ халыҡтарының башҡа телдәрендә), 3 меңдән ашыу аудио- һәм видеоматериалдар, 649 электрон баҫма; 382‑гә яҡын ваҡытлы баҫма (2010). Йыл һайын 6 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Яҙыусылар һәм журналистар м‑н осрашыуҙар, хәйриә акциялары, әҙәби байрамдар, яңы китаптарҙың презентациялары, фестивалдәр һәм балаларҙың шиғыр уҡыу конкурстары һ.б. үткәрелә. Ү.б.к. м‑н БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре М.Д.Агеева, М.Л.Байбурина, З.Г.Моратова, БР‑ҙың — Т.И.Зюсько, Н.А.Мамаева, Р.Т.Миһранова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.З.Юнысова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика