ҮҘЕШМӘКӘР ХОРҘАР, вокаль музыканы инструменталь ҡоралдарға ҡушылып йәки уларһыҙ (а cappella) башҡарыусы һәүәҫкәр йыр коллективтары. Башҡортостанда революцияға (1917) тиклем башҡорттарҙа хор м‑н башҡарыуҙың булмауы халыҡ йырҙарын (ҡара: Оҙон көй) бай орнаментика м‑н яңғыҙ башҡарыу традицияларына, ш. уҡ шәриғәт нормаларына бәйле. Өфөлә башлыса сиркәү хорҙары булған. Дини булмаған һәүәҫкәр хорҙар ҡыҙ балалар, ир балалар гимназияларында, Коммерция училищеһында, реаль училищеларҙа, Уҡытыусылар институтында ойошторола, репертуарға урындағы авторҙарҙың иҫтәлекле даталарға арналған әҫәрҙәре ингән. Революция т‑дағы коллектив йырҙарҙың киң таралыуы хор м‑н башҡарыу жанрының барлыҡҡа килеүенә һәм ҡыҫҡа көй, таҡмаҡты коллектив унисонлы йырлай башлауға булышлыҡ итә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында респ. ауыл мәктәптәрендә М.Ғафури, Ғ.Туҡай шиғырҙарын коллектив унисонлы уҡыу үткәрелә, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә шәкерттәр хоры эшләй. 20 б. 20‑се йй. башында Халыҡ мәғарифы ин‑тында (етәксеһе Х.К.Ибраһимов) һәм Музыка мәктәбе №1 (етәксеһе И.В.Салтыков) тәүге башҡ. һәм татар хор коллективтары барлыҡҡа килә. 1928 й. “Башҡорт туйы” мелодрамаһы ҡуйыла, унда Салтыков тарафынан хор өсөн эшкәртелгән башҡ. халыҡ йырҙары ҡулланылған. 1939 й. үҙешмәкәр сәнғәт ижадын популярлаштырыу маҡсатында респ. музыка фестивале үткәрелә. 1934—41 йй. Ҡыҙыл Армия йорто эргәһендә йыр һәм бейеү ансамбле эшләй (етәксеһе Ибраһимов); 1935 й. А.Г.Тихомиров Башҡ‑н профсоюздары советының вокаль студияһын һәм башҡ. хорын ойоштора. 40—50‑се йй. Ү.х. репертуары башҡ. халыҡ йырҙарының эшкәртмәләре һәм Р.Л.Ғәбитов, Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, А.С.Ключарёв, Р.Ә.Мортазин, К.Й.Рәхимов, Н.Ғ.Сабитова, Х.Ф.Әхмәтов әҫәрҙәре м‑н тулылана; хор түңәрәктәре һаны арта. Мәсетле, Салауат, Учалы, Хәйбулла р‑ндарында күп тауышлы хор коллективтары барлыҡҡа килә. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында Маҡар, Учалы р‑ндарының ауыл хорҙары, Ишембай ҡ. нефтселәр хоры сығыш яһай. 1959 й. Ү.х. ярҙам күрһәтеү (проф. етәкселәр м‑н тәьмин итеү, репертуар һайлау) өсөн БАССР Хор йәмғиәте (ҡара: Музыка йәмғиәте) ойошторола. 1979 й. Өфөлә БАССР ойошторолоуына 60 йыл тулыуға арналған Респ. концерт программалары смотры үтә, унда 12,5 мең үҙешмәкәр сәнғәт ижады башҡарыусыһы ҡатнаша. Лауреаттар араһында Орджоникидзе С. исемендәге мәҙәниәт һарайы (етәксеһе Э.Гофман), ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. Өфө синтетик спирт з‑дының мәҙәниәт һарайы (етәксеһе И.Клигер), Белорет ҡала мәҙәниәт һарайы (етәкселәре Н.А.Лобков, В.М.Мошенец) хорҙары, Белорет р‑нының Үрге Әүжән ауыл мәҙәниәт йортоноң (етәксеһе А.Борисов), Әбйәлил (етәксеһе Ш.М.Бикмөхәмәтов), Дүртөйлө (етәксеһе М.А.Мырҙаханов), Илеш (етәксеһе Н.М.Ҡунафина) район мәҙәниәт һарайҙарының башҡ. хорҙары. Еңеүҙең 40 йыллығына арналған Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотрының (Өфө, 1985) беренсе турында 1534 Ү.х., 89 меңдән ашыу хор йырсыһы ҡатнаша; һуңғыһында 1300 ҡатнашыусы була. 90‑сы йй. Ү.х. һаны һиҙелерлек кәмей.

2000 й. алып респ. хор м‑н башҡарыу киң тарала. 2003 й. 1394 Ү.х. (24 меңдән ашыу ҡатнашыусы) иҫәпләнә, 2006 й. — 1530 (27 меңдән ашыу), 2008 й. — 1680 (27736); 2009 й. — 1859 (29 меңдән ашыу), ш. иҫ. 14 “өлгөлө”, 67 “халыҡ”. Халыҡ ижады үҙәге тарафынан “Ағиҙел йондоҙҙары” (“Звёзды Белоречья”; Белорет) респ. үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстары, “Еңеү салюты” (“Салют Победы”; Өфө) үҙешмәкәр сәнғәт ижады конкурсы, урыҫ йыры һәм таҡмағы байрамы (Балаҡатай р‑ны) үткәрелә; хорҙарҙың һәм уларҙа ҡатнашыусыларҙың һаны артыуы күҙәтелә, күп хор коллективтарының (Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының, “Русские звоны”, “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының “Раздолье”, Балаҡатай район мәҙәниәт һарайының, Өфө ҡ. мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгенең “Зори Агидели” урыҫ йыры хорҙары, Архангел, Баймаҡ, Дәүләкән, Миәкә, Әбйәлил район мәҙәниәт һарайҙарының башҡ. академик хорҙары, Белорет ҡала мәҙәниәт һарайының академик хоры, Белорет ҡ. “Виват” ир‑егеттәр хор капеллаһы һ.б.) юғары башҡарыу оҫталығы билдәләнә.

Әҙәб.: Ф о м е н к о в М.П. Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001.

Р.М.Бикмөхәмәтова, Л.В.Гориченская

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018