БАРЪЯҘЫБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Редькин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 68 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 174 кеше; 1959 — 217; 1989 — 183; 2002 — 188; 2010 — 202 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡуян урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә татарҙар нигеҙ һала. 1920 й. (30 йорт иҫәпкә алынған) 2‑се Баръяҙыбаш исеме м‑н теркәлгән. Башҡорттар нигеҙ һалған 1‑се Баръяҙыбаш (1906 й. 7 йортта 38 кеше йәшәгән, 1920 й. 13 йортта — 79 кеше) 30‑сы йй. юҡҡа сыҡҡан. 50‑се йй. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018