ҮҘЕШМӘКӘР СӘНҒӘТ ИЖАДЫ, художестволы әҫәрҙәрҙе һәүәҫкәрҙәр тарафынан ижад итеүҙе, башҡарыуҙы үҙ эсенә алған индивидуаль һәм коллектив халыҡ ижадының бер формаһы. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар мәҙәни‑ял учреждениелары, уҡыу йорттары һ.б. ойошмалар эргәһендәге төрлө коллективтарҙың (бейеү ансамблдәре, ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар, оркестрҙар, студиялар, түңәрәктәр, үҙешмәкәр хорҙар, фольклор ансамблдәре, халыҡ театрҙары) ағзалары булып тора йәки үҙ аллы сығыш яһай (халыҡ йырсылары һәм музыканттары, бейеүселәр һ.б.). Башҡортостанда Ү.с.и. халыҡ тормошоноң тарихи һәм соц. шарттары йоғонтоһонда формалаша һәм үҫешә. Ҡурай моңо, халыҡ йырҙары (ҡара: Халыҡ музыкаһы), халыҡ бейеүҙәре башҡорттарҙың тормошонда ҙур урын алып торған (ҡара: Йырау, Сәсән). 19 б. аҙ. – 20 б. башында сәнғәт һөйөүселәр мәҙрәсәләргә беркетелгән үҙешмәкәр түңәрәктәргә һәм йәмғиәттәргә берләшә. Революциянан (1917) һуң уҡыу өйҙәре, ҡыҙыл мөйөштәр, клубтар булдырыла, наҙанлыҡты бөтөрөү түңәрәктәре ойошторола, эшсе-крәҫтиән йәштәр театрҙары, һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте түңәрәктәре барлыҡҡа килә. 30‑сы йй. уртаһында клубтарҙа, уҡыу өйҙәрендә 1116 халыҡ ижады түңәрәге эшләй; үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары, һәүәҫкәр коллективтарҙың етәкселәре өсөн семинарҙар үткәрелә. 1937 й. Ү.с.и. коллективтары эшмәкәрлеген етәкләү өсөн Башҡ‑н Респ. халыҡ ижады йорто (ҡара: Халыҡ ижады үҙәге) ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында агитацион‑художестволы концерт бригадалары барлыҡҡа килә, улар хәрби частәрҙә, госпиталдәрҙә, пр‑тиеларҙа сығыш яһай; үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары өсөн репертуар төҙөү б‑са эш алып барыла. 1945 й. БАССР ХКС‑ы эргәһендә Мәҙәни‑ағартыу учреждениелары эштәре б‑са идаралыҡ ойошторола. 1944—45 йй. Ү.с.и. смотрҙары тергеҙелеү м‑н ҡатнашыусылар һәм коллективтар һаны арта. Һуғышҡа тиклем 850 коллектив эшләй (16420 ҡатнашыусы), 1946 й. – 3009 (42574). 50—60‑сы йй. мәҙәни-ағартыу учреждениелары селтәре әүҙем үҫешә, уларҙың етәкселәре өсөн 6 айлыҡ курстар ойошторола; үҙешмәкәр киностудия (ҡара: Һәүәҫкәр кино), фотостудиялар (ҡара: Фотосәнғәт) барлыҡҡа килә; үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстары үткәреү йолаға әүерелә. 1955 й. алып Ү.с.и. коллективтары һәм ҡатнашыусылары әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәрендә сығыш яһай. 50‑се йй. аҙ. башлап ижади ҡаҙаныштары өсөн уларға маҡтаулы исемдәр бирелә: РСФСР‑ҙың һәм БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, атҡ. сәнғәт эшмәкәре һ.б. (А.С.Бувакин, В.И.Грязнов, А.И.Дәүешев, Р.Ф.Йыһанов, Ғ.Ғ.Мирхазов, Л.Е.Пайкин, З.Х.Солтанов һ.б.). 1963—65 йй. Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәт смотры үткәрелә, уның барышында Башҡортостандың байтаҡ коллективтары юғары баһа ала (“Ағиҙел”, “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре һ.б.); 1200‑ҙән ашыу Ү.с.и. түңәрәктәре булдырыла. Вокаль‑хор һәм бейеү коллективтары (“Дуҫлыҡ”, Әбйәлил р‑ны; “Дуҫлыҡ”, Борай р‑ны; “Русские узоры” һ.б.) м‑н бер рәттән халыҡ театрҙары әүҙем үҫешә (Ауырғазы халыҡ театры, Баймаҡ башҡорт халыҡ театры, Бөрө халыҡ ҡурсаҡ театры, Минһажев Ғ. исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры һ.б.). 70—80‑се йй. респ. Ү.с.и. юғары художестволы кимәлгә етә. 1981 й. 1509 коллектив (28200 ҡатнашыусы) эшләй, 1987 й. – 4390 (178000), шуларҙың иң яҡшылары Бельгия, Болгария, Венгрия, Вьетнам, ГДР, Израиль, Польша, Франция, Чехославакия һ.б. буйлап гастролдәргә сыға, Мәскәүҙә Олимпия уйындарының (1980) мәҙәни программаһында ҡатнаша һ.б. Үҙешмәкәр коллективтар м‑н етәкс. итеүгә проф. сәнғәт оҫталары йәлеп ителә. Үҙешмәкәр сәнғәттәге билдәле ҡатнашыусылар араһында А.А.Вегелин, Дилмөхәмәтовтар, К.М.Дияров, Т.М.Дәүләтшин, Й.М.Иҫәнбаев, Б.Һ.Йәнекәев, М.Н.Ҡәҙерғолов, И.М.Мирхәйҙәров, Г.Х.Мәмлиева, И.Ә.Солтанбаев, А.А.Солтанов, Ғ.З.Сәфәрғәлин, З.И.Хәлилов, Ә.Ә.Әсләмов, Ә.Х.Әхмәҙиев; коллективтар – башҡ. (“Ҡабырсаҡ”, “Әхирәттәр”, “Хәсәновтарҙың ғаилә фольклор ансамбле”, “Хәтирә”), урыҫ (“Сударушка”, Көйөргәҙе р‑ны; “Ивален”, Дәүләкән ҡ.; “Зоренька”, Күмертау ҡ.; “Таусень”; “Узорица”), татар (“Гөлбәҙәр”, Балтас р‑ны; “Мираҫ”, Бүздәк р‑ны; “Сулпан”, Яңауыл ҡ.; “Һандуғас”; “Ынйылар”), сыуаш (“Аҡ ҡайын” һәм “Салкус”, Бишбүләк р‑ны; “Шевле”, Ҡырмыҫҡалы р‑ны; “Сеспел”, Саҡмағош р‑ны; “Нарспи”), мари (“Ош Виче Сем”, Илеш р‑ны; “Шийпамаш”, Ҡариҙел, Мишкә р‑ндары; “Эльян”, Краснокама р‑ны), удмурт (“Чибориё”, Балтас р‑ны; “Зонгари”, Йәрмәкәй р‑ны; “Ингур”, Ҡалтасы р‑ны; “Шулдыр жыт”, Тәтешле р‑ны), мордва (“Эрзяночка”, Дыуан р‑ны; “Әхирәттәр”, Йәрмәкәй р‑ны; “Вастома”, Стәрлетамаҡ р‑ны). БР‑ҙа 3072 хореография (42773 ҡатнашыусы), 1680 хор (27736), 2385 театр (30257), 2474 (34803) Ү.с.и. коллективы, 674 халыҡ инструменттары (8013), 116 тынлы (1640) оркестрҙары, 946 һынлы сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре студияһы һәм түңәрәге (10934), 3882 башҡа төрлө (47606) коллектив эшләй; шуларҙың 741 “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөтә (2009).

Л.В.Гориченская

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика