ҮҘЕШМӘКӘР ИЖАД ФЕСТИВАЛДӘРЕ ҺӘМ КОНКУРСТАРЫ, үҙешмәкәр сәнғәт ижадыҡаҙаныштары смотрҙары; иң яҡшы үҙешмәкәр башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелгән ярыштар. Башҡортостанда халыҡ йырсылары һәм музыканттары, үҙешмәкәр ижади коллективтар (ҡара: Бейеү ансамблдәре, Инструменталь ансамблдәр, Фольклор ансамблдәре, Үҙешмәкәр хорҙар, Халыҡ театрҙары) ҡатнашлығында тәүге респ. үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары 1930 йй. башында ойошторола (Шулай уҡ ҡара: Театр фестивалдәре һәм конкурстары). Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдәре сиктәрендә 1‑се Бөтә Союз эшселәр үҙешмәкәр сәнғәт олимпиадаһы (1932), Бөтә Рәсәй ауыл һәм профсоюз үҙешмәкәр сәнғәт смотры (1945), Бөтә Союз эшселәрҙең һәм хеҙм‑рҙәрҙең үҙешмәкәр сәнғәт смотры (1950—51), Бөтә Рәсәй ауыл үҙешмәкәр сәнғәт смотры (1963—65), Октябрь революцияһының 50 йыллығына арналған Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт фестивале (1966—67), В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотры (1970), Бөйөк Октябрҙең 60 йыллығына арналған Бөтә Союз хеҙмәтсәндәренең үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестивале (Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә 1980—82 йй. 2‑се), Б.В. һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985) һ.б. үткәрелә.

1970—80 йй. үҙешмәкәр сәнғәт ижады үҫешенә БАССР Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге, республика райондары, ҡалалары хакимиәттәре ойошторған Ү.и.ф.һ.к. булышлыҡ итә. 1968 й. алып Вокалистарҙың Ғ.Әлмөхәмәтов ис. респ. асыҡ конкурсы (Өфө, 1970 й. алып проф.), 1978 й. — Й.Иҫәнбаев ис. призға ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, ҡыл‑ҡумыҙсылар, думбырасылар һәм өзләүселәр респ. конкурсы (Хәйбулла р‑ны), 1984 й. – “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале (ҡара: “Ағиҙел”), 1989 й. башлап Төбәк‑ара урыҫ йыры һәм таҡмағы байрамы (Балаҡатай р‑ны) һ.б. үткәрелә. 1985—87 йй. Өфөлә Республика тальян байрамы була. Мөһим Ү.и.ф.һ.к. араһында: Халыҡ‑ара — “Дуҫлыҡ моңо” башҡ. һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале (Нефтекама ҡ.), “Кама буйы аҫылташтары” (“Самоцветы Прикамья”) фин‑уғыр халыҡтары мәҙәниәте һәм сәнғәте фестивале (икеһе лә – 1991 й. алып), “Урал моңо” төрки йәштәре муз. ижады конкурс‑фестивале (Өфө, 1992 й. алып), “Берҙәмлек — Содружество” милли мәҙәниәттәр фестивале (1991 й. алып); Төбәк‑ара — Ф.Ғәскәров ис. призға халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале (Өфө, 1987 й. алып), “Оҙон көй” башҡ. халыҡ йырҙары конкурсы (Туймазы ҡ., 1997 й. алып), “Ирәндек моңдары” башҡ. йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Сибай ҡ., 1996 й. алып), “Алтын тирмә” халыҡ театрҙары фестивале (1997 й. алып), “Үҙгәрештәр еле” (“Ветер перемен”) заманса һәм эстрада хореографияһы фестивале (Өфө, 2004 й. алып), ҡумыҙҙа уйнау һәм өзләүселәр конкурсы (Мәсетле р‑ны, 2007 й. алып); Респ. — “Туған тел” татар йырҙарын йәш башҡарыусылар конкурсы (1991 й. алып), “Йәшлек‑шоу” эстрада музыкаһы фестивале (1994 й. алып; икеһе лә – Өфө), “Керәшен һыуыҡтары” (“Крещенские морозы”) эстрада музыкаһы һәм бейеүе фестиваль‑конкурсы (Бөрө ҡ., 1995 й. алып), “Ғаилә мозаикаһы” (“Семейная мозаика”) ғаилә халыҡ ижады фестивале (1998 й. алып), “Ағиҙел йондоҙҙары” (“Звёзды Белоречья”) хорҙар, хор һәм вокаль коллективтары фестивале (Белорет ҡ., 2001 й. алып), “Бишек йыры” бишек йыры конкурсы‑фестивале (2002 й. алып), “Байыҡ” башҡ. бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсы (2008 й. алып; икеһе лә – Өфө), “Ағиҙел тулҡындары” (“Волны Агидели”) милли мәҙәниәттәр фестивале (2005 й. алып).

1990—2000 йй. респ. байрамдары сиктәрендә хореографик, инструменталь, вокаль һ.б. конкурстар үткәрелә: ҡурай байрамы (Октябрьский ҡ., 2001 й. алып), “Салауат йыйыны” фольклор байрамы (2004 й. алып), Ф.Иҡсанов ис. призға “Моңға бай гармун байрамы” гармун байрамы (2003 й. алып), “Аҡмулла нәсихәттәре” фольклор байрамы (Миәкә р‑ны, 2006 й. алып), “Ашҡаҙар таңдары” башҡ. фольклоры байрамы (Стәрлетамаҡ ҡ., 2006 й. алып), “Шәжәрә байрамы” халыҡ байрамы (2007 й. алып) һ.б.

Балалар Ү.и.ф.һ.к. араһында “Оло Уралдың ваҡыт ритмдары” (“Ритмы времени Большого Урала”) бал һәм эстрада бейеүе Төбәк‑ара фестивале‑конкурсы (Нефтекама, 1998 й. алып), “Йәйғор — Радуга” балалар ижады (2007 й. алып), “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” (“Хоровод дружбы”) халыҡ хореографияһы респ. фестивалдәре (Туймазы, 2007 й. алып), “Байыҡ” башҡ. бейеүе балалар конкурсы (Күгәрсен р‑ны, 2009 й. алып). Ү.и.ф.һ.к. ойоштороу һәм үткәреү м‑н шулай уҡ Респ. халыҡ ижады үҙәге филиалдары, Башҡорт йәштәре иттифағы, Ҡатын‑ҡыҙҙар союзы, Ҡурайсылар союзы; “Азатлыҡ”, “Аҡ тирмә”, Сыуаштар канашы (съезы), “Кобзарь”, “Возрождение”, ТӨРКСОЙ, Башҡортостан удмурттарының республика милли‑мәҙәни үҙәге ижт. ойошмалары һәм милли мәҙәниәт үҙәктәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында тарихи‑мәҙәни үҙәктәр шөғөлләнә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика