УШАНОВ Юлай Ғиниәт улы (17.1. 1946, Өфө — 2.2.2002, шунда уҡ, БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шәрип а. ерләнгән), балет артисы. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1971) артисы. Ғ.Ғ.Ушановтың улы. 1961—64 йй. БДОБТ эргәһендәге балет студияһында уҡыған (педагогтары Ф.М.Саттаров, Х.Ғ.Сафиуллин, Ф.Н.Әхмәтшин). Пермь хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы Ю.И.Плахт) 1988 й. тиклем БДОБТ солисы, 1991 й. алып Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһында уҡыта. У. бейеү сәнғәте һығылмалылыҡ, камил техника һәм күркәм башҡарыу м‑н айырылып тора. Тәбиғәттән бирелгән музыкаль тойомлау уға стилистик яҡтан дөрөҫ, баҙыҡ образдар тыуҙырырға мөмкинлек бирә. Төп партиялары: Айтуған (“Яратам һине, тормош”; дебют, 1967), Йомағол (“Сыңрау торна”), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Базиль (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Вацлав, Гирей (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В. Асафьев), Дезире (“Йоҡоға талған һылыу” – “Спящая красавица”, П.И.Чайков- ский) һ.б. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. үткән БАССР мәҙәниәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР‑ында үткән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.