УЧАЛЫ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 2000 й. нояб. асыла. У.ф. тәүге ижади коллективы бейеү ансамбленән (етәксеһе – Р.Й.Низаметдинов, 2005—06 йй. Ф.Ғ.Амантаева), халыҡ музыка ҡоралдары оркестрынан (етәксеһе Р.Р.Ғабдуллин) һәм солистарҙан (Ғ.А.Батыршин, С.Б.Исламова, К.М.Ишбулдин, Л.Ф.Ҡужагилдина, Р.Ә.Мәхмүтова, И.С.Юламанов һ.б.) торған. 2005 й. У.ф. составына солистар И.С.Тайсин, Р.П.Туйсин, И.С.Усманов, Н.М.Шәмсетдинов, Ы.Д.Әхмәтова, М.Г.Яхина һ.б. инә, 2007 й. “Алтын Ай” балалар халыҡ бейеү ансамбле (етәкселәре — Л.Н.Байышева, Г.Г.Мусина, Ғ.Ғ.Хилажев) ойошторола. У.ф. составына (2016) бейеү ансамбле (етәксеһе Г.С.Сөләймәнова), “Алтын Ай” өлгөлө халыҡ бейеүе ансамбле (етәкселәре – А.А. һәм Ф.Ғ.Буранбаевтар, Г.Ғ.Кәримо- ва), “Илһам” бал бейеүҙәре студияһы (етәксеһе Н.И.Зырянова), “Йырсы йөрәктәр” (“Поющие сердца”) ветерандар халыҡ хоры (етәксеһе Л.А.Тамарова), урыҫ халыҡ йыры хоры (етәксеһе И.Л.Трушкова), “Хазина” фольклор ансамбле (етәксеһе Ғ.Ғ.Кудрявая), тынлы музыка ҡоралдары оркестры (етәксеһе Д.М.Фәйезов), солистар Е.Л.Евдокимов, Р.А.Ишкилдин, В.Р.Морат- шин, З.Усманова, Г.Н.Хилажева, Әхмәтова, И.Р.Ямалов инә. У.ф. Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. Художество етәкселәре: Низаметдинов (2000 й. алып), Г.М.Фәзуллин (2002 й. алып), Мәхмүтова (2009 й. алып). Дир.: А.А.Хужин (2000 й. алып), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.М.Заһиҙул- лина (2001 й. алып), Й.Ш.Солтанов (2011 й. алып) Э.Т.Ғибаева (2012 й. алып) Хилажев (2013 й. алып) Сөләймәнова (2016 й. алып вазифа башҡарыусы), Ә.М.Мөхәмәтйәров (2017 й. алып). Халыҡ‑ара фольклор (Сент ҡ., Франция), “Вале де Мена” (Испания; икеһе лә – 2004) фестивалдәрендә, “Стокгольм каникулдары” (“Стокгольмские каникулы”, Швеция, 2007), “Зәңгәр ҡош” (“Голубая птица”, Италия, 2008) балалар фестиваль‑конкурстарында ҡатнаша. “Рәсәй сәскәләре. Аҡ төндәр” (“Цветы России. Белые ночи”) Халыҡ‑ара цирк һәм эстрада сәнғәте фестиваль‑конкурсы лауреаты (С.‑Петербург, 2009; Гран-при); Респ. филармониялары фестивале дипломанты (Өфө, 2008).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.