УРМАН МУЗЕЙЫ. “Башҡортостан урманы” дәүләт учреждениеһы эргәһендә Өфөлә урынлашҡан. 1981 й. ойошторолған. Музей фондында 70‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. солоҡсолоҡ һәм һунар өсөн әйберҙәр, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, бөжәктәр коллекцияһы, Башҡортостанда тереклек иткән йәнлек һәм ҡош толоптары, Шүлгәнташ макеты; респ. билдәле урмансыларына арналған фото һәм документаль материалдар, БР‑ҙа урмансылыҡүҫеше һәм халыҡ хужалығында ағасты ҡулланыу т‑да һөйләгән стендтар. Музейҙа Аграр университет, Урман хужалығы техникумы студенттары м‑н лекциялар, ғилми‑ғәмәли дәрестәр үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Илл.: Урман музейы. Экспозиция фрагменты