БАРЪЯҘЫ ҠАЛАСЫҒЫ, Бахмут мәҙәниәтенең археологик ҡомартҡыһы. 5—7 бб. ҡарай. Ҡалтасы р‑ны Баръяҙы а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1969 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла, 1973—74 йй. БДУ экспедицияһы тарафынан (етәкс. В.А.Иванов) тикшерелә. 120 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ (оҙонлоғо 340 м, киңлеге 50 м) 4 ҡат ур (оҙонлоғо 20—60 м, киңлеге 5—10 м, бейеклеге 1—3 м) м‑н уратылған. Бахмут мәҙәниәте керамикаһы соҡорло биҙәк төшөрөлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Түбәнге ҡатламдарҙа бик аҙ һанда Пьяный Бор мәҙәниәте керамикаһына ҡараған һауыт‑һаба асыҡланған. Ҡаласыҡта бронза айылса, балсыҡ орсоҡбаштар һәм кеше һындары, тимер бысаҡ, таш ҡул тирмәндәре, һөйәк уҡ башағы табылған. 8 хужалыҡ соҡоро, 4 усаҡ, металл иретеү мейесе (көл, металл иретә торған балсыҡ һауыт ярсыҡтары, шлак табылған) асылған. Б.ҡ. материалдары БДУ фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Иванов В.А., Останина Т.И. К вопросу о бахмутинско-мазунинской проблеме //Поселения и жилища Южного Урала. Уфа, 1983.

В.А.Иванов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика