“УРАЛ”, Мәсетле район мәҙәниәт йорто эргәһендәге киновидеостудия. Оло Ыҡтамаҡ а. урынлашҡан. 1988 й. “У.” киностудияһы булараҡ ойошторола, 1990 й. алып хәҙ. статусын һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. 1988—2006 йй. 20‑нән ашыу документаль фильм төшөрөлә: “Ҡанлы ун һигеҙенсе” (“Кровавый восемнадцатый”, 1988), “Ҡумыҙ моңдары” (“Мелодии кубыза”, 1990; икеһе лә — сценарисы һәм реж. Р.А.Үзбәков, операторы З.М.Нуриев), “Беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ” (2006, сценарисы, реж. һәм операторы Э.Д.Ғәлиәкбәров) һ.б. “У.” – Башҡорт киноһы көндәрендә ҡатнаша (Мәскәү, 1996). “Дуҫлыҡ” Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале, “Еңеү салюты” (“Салют Победы”, икеһе лә — 1989), “Еңеү яҙы” һәүәҫкәрҙәр ижады (“Весна Победы”, 1995; бөтәһе лә — Өфө) респ. фестивалдәре лауреаты; “Фин‑уғыр донъяһы” (“Финно‑угорский мир”) Халыҡ-ара телевизион фестивале (Ижевск, 1993), “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале (Мәләүез ҡ., 1986) һ.б. дипломанты. Етәкселәре: Үзбәков (ойоштороусы һәм 1‑се етәксеһе), Ғәлиәкбәров (2005 й. алып).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов