“УРАЛ  ИЛСЕЛӘРЕ”, И.И.Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” драмаһы б‑са З.Ғ.Исмәғилевтең 3 шаршаулы операһы. 1981 й. яҙылған. Премьераһы 1982 й. 30 мартында “УЗЭМИК”тың мәҙәниәт һәм техника һарайы сәхнәһендә үтә (Дилмөхәмәтов либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры Г.Г.Александров, реж. Р.И.Тихомиров, ҡуйыусы рәссамы В.И.Плекунов, хормейстеры Л.Х.Исхаҡова, балетм. Ф.М.Саттаров). Төп партияларҙа: Н.З.Әбдиев (Юлтый), Р.Ф.Көсөкөв (Аҡсәсән), Ф.Ә.Килдейәрова (Һарыласәс), Ф.М.Латипов (Һөйөндөк), С.Ҡ.Ғәлимова (Ҡуйһылыу), М.Ғ.Ғәлиев (Ҡаһирбей), Р.Ә.Бәшәров (Иван Грозный). Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке м‑н ҡушылыуына арналған героик‑эпик опера. Төп урынды халыҡ образын кәүҙәләндергән күмәк күренештәр биләй. Операның муз. теленә сағыу милли колорит, башҡ. халыҡ музыкаһының жанрҙарына һәм стилдәренә (һыҡтау, оҙон көй, ҡобайыр, таҡмаҡ) яҡын булыуы хас; “Урал” йыры Тыуған ил, башҡ. халҡының төп лейтмотивына әүерелә. Иван Грозныйҙы кәүҙәләндереү өсөн батша үҙе ижад иткән “Митрополит Пётр байрамына стихирҙар” сиркәү йырынан цитата ҡулланылған. “У.и.” 2‑се редакцияһының премьераһы (2 шаршауҙан торған) 2007 й. 18 сент. БДОБТ сәхнәһендә була (Дилмөхәмәтов либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры Р.Э.Лютер, реж. Г.Г.Исаакян, ҡуйыусы рәссамдары П.В.Окунев һәм О.Т.Шаишмелашвили, хормейстеры Э.Х.Ғәйфуллина). Төп партияларҙа: Ф.З.Сәлихов (Юлтый), Й.Ә.Әбделмәнов (Аҡсәсән), А.Р.Ғәбиҙуллина (Һарыласәс), И.Ф.Вәлиев (Һөйөндөк), С.Р.Арғынбаева (Ҡуйһылыу), О.З.Килмөхәмәтов (Ҡаһирбей), С.Ә.Асҡаров (Иван Грозный). Постановкала ҡайһы бер халыҡ күренештәре ҡыҫҡартылған, эпик башланғыс көсәйтелгән.

Башҡ. халҡын Кремлдә ҡабул итеү күренеше 2007 й. 17 окт. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыллығын билдәләгәндә Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында башҡарыла.

Әҙәб.: Галина Г.С. Башкирская национальная опера как документ эпохи. Уфа, 2010; Галина Г.С. Башкирское оперное либретто. Уфа, 2014.

Т.С.Угрюмова

Тәрж.Г.Һ.Ризуанова

Илл.: З.Ғ.Исмәғилевтең “Урал илселәре” операһынан күренеш. БДОБТ, 2007