УРАҠСИН Урал Ғәзиз улы (25.8. 1951, Чкалов өлк. Мәҡсүт а.), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1994), РФ‑тың почётлы архитекторы (2001). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1995). З.Ғ.Ураҡсиндың ҡустыһы. Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Сибай ҡ. баш архитекторы, 1994 й. алып Өфө хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы нач. 1‑се урынбаҫары, 2000 й. — БР‑ҙың Төҙөлөш һәм архитектура б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 2013 й. башлап “Башкиргражданпроект” ин‑тының ген. дир. советнигы. БР‑ҙың Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе (2003—15 йй.).

Сибай ҡ. ген. планы (1976), үҙәген деталләп планлаштырыу (1977), ҡайһы бер микрорайондарҙы төҙөү (80— 90‑сы йй.) һәм йәмәғәт биналары, ш. иҫ. автовокзал (1987), Никах йорто (1994) проекттары авторы. У. етәкс. БР ҡалалары һәм район үҙәктәренең ген. пландары эшләнә.

Х е ҙ м.: Дарю друзьям города. Уфа, 2001.

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Строительный комплекс Республики Башкортостан /авт.‑сост. А.С.Нугуманов. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.