УРАЗМӘТОВ Әхәт Сәлих улы (9.12.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡалмаш а. — 2.7.2015, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), эстрада артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1983), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1967) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; В.Ғ.Ғәлимов класы) Башҡ. филармонияһының эстрада, 1952— 99 йй. “Кәтүк менән Бағанай” дуэты артисы. Кәтүк псевдонимы м‑н сығыш яһай. Юмор һәм сатира оҫтаһы. Репертуарында Ш.Бикҡол, А.Ш.Ғирфанов, Ҡ.Даян, Ф.Х. Иҡсанов, Ш.Ғ.Насиров, Н.Ш.Хафизов һ.б. интермедияларында 100‑ҙән ашыу роль башҡара. Сағыу темпераментҡа эйә була. “Грузин”, “Ғәлиәбаныу”, “Интервью”, “Загс”, “Мунса”, “Ҡарун”, “Талау”, “Турғай”, “Һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ!” һ.б. постановкаларҙа үҙенсәлекле образдар тыуҙыра. Көнүҙәк темаға арналған скетчтарҙа (“Бушбашов доклады”, “Ялағай”); сатирик бейеү миниатюраларында (“Барыня”, “Испан бейеүе”, “Матрос”, “Мөғлифә”) һ.б. сығыш яһай. Рәсәй һәм Финляндия буйлап гастролдәрҙә була.

 

 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова