“УМЫРЗАЯ”, Ҡыйғы район мәҙәниәт йортоноң вокал‑инструменталь ансамбле. 1982 й. Үрге Ҡыйғы а. В.И.Ленин ис. колхоз клубы эргәһендә ойошторола, 1988 й. хәҙ. статусын йөрөтә. 1987 й. “халыҡ” исемен ала. Составында БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Р.З.Хәсәнов (вокал), В.М.Шәрифуллин (вокал, синтезатор, гитара, мандолина), М.Я.Шәрифуллина (бейеү); Р.Х.Вәлиев, Р.М.Ғарипова, А.Н.Камалов, А.Н.Мостафин, И.Р.Шәрифуллина (бөтәһе лә — вокал), Э.Я.Ғибаҙуллина, Р.Р.Солтанов, З.Я.Хәйруллина (бөтәһе лә — бейеү), В.И.Хажиев (гармун), Р.В.Шәрифуллин (гитара, ҡумыҙ) бар. Репертуарында башҡ. (“Буранбай”, “Ҡара юрға”, “Сибай”, “Урал”), татар (“Ар”, “Һандуғасым”, “Сарман”) халыҡ йырҙары; башҡ. һәм татар комп. (Р.Х.Ғәзизов, Р.В.Сәлмәнов, О.В.Усманов, Р.М.Хәсәнов, Р.М.Яхин) әҫәрҙәре, ш. уҡ В.М.Шәрифуллин йырҙары. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. “Башҡортостан — Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”; Өфө, 2005) респ. халыҡ ижады форумы лауреаты; вокал‑инструменталь ансамблдәрҙең һәм эстрада оркестрҙарының заман композиторҙары йырҙарын һәм оркестр музыкаһын иң яҡшы башҡарыу республика смотр-конкурсы (Стәрлетамаҡ ҡ., 1985), “Туған тел” татар йырын йәш башҡарыусылар конкурсы (Өфө, 1998), “Башҡортостан — Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”; Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а., 2006) халыҡ ижады форумы һ.б. дипломанты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — В.М.Шәрифуллин. Бейеүҙәрҙе ҡуйыусы —  А.А.Фәйзуллин.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

“Умырзая” вокалинструменталь ансамбле