“УЙЫЛ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың көйөнтәүге тапҡыр 20‑се б. 20‑се йй. И.В.Салтыков яҙып ала, “Башҡорт көйҙәре” (“Башкирские мелодии”, “Йыйынтыҡ №2” исеме м‑н билдәле; ӨДСА‑ның фольклор кабинетында һаҡлана) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән, тексын Ә.И.Харисов 1946 й. БАССР‑ҙың Илеш р‑нында Ш.Ш.Шәрифуллиндан яҙып алған һәм “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында баҫтырған. Варианттарын Б.С.Байымов, Ф.А.Нәҙершина, С.Р.Сәлмәнов, Л.Ҡ.Сәлмәнова, Р.З.Шәкүр яҙып ала. Йыр лирик‑эпик характерҙа. “У.” башҡорттарҙың Ырымбур сик һыҙығында хәрби хеҙмәтенә бәйле ижад ителгән.

Текста башҡ. һалдаттарының тыуған илен һағыныуы кәүҙәләндерелгән. Көйөнә киң диапазон (дуодецима), бай орнаментика хас. Көйҙөң аҡрынлап көсәйә барыуы йырҙың йөкмәткеһендәге уйсанлыҡ һәм сараһыҙлыҡ тойғоһон көсәйтә. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, А.М.Айытҡолов, Ф.Ф.Гәрәев, Р.Ф.Йәнбәков, З.Ғ.Мәхмүтов, Ғ.З.Сәфәрғәлин, “Мәсем таш” ансамбле. Йырҙы А.Х.Ғабдрахманов тауыш һәм фп., хор (a cappella) өсөн эшкәрткән. Л.Н.Лебединскийҙың 1937 й. БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ибрай а. Ш.Ҡолмөхәмәтованан яҙып алған “Ленин тураһында” йырында “У.” үҙгәртелгән көйө ҡулланылған. “У.” йырының “Өй артында тал үҫтерҙең” исемле варианты “Башҡорт халыҡ йырҙары” (“Башкирские народные песни”, Лебединский яҙып алған һәм төҙөгән “Йыйынтыҡ №6” исеме м‑н билдәле; ӨДСА‑ның фольклор кабинетында һаҡлана) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән.

Әҙәб.: Нәҙершина Ф.А. Рухи хазиналар. Өфө, 1992; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се китап. Өфө, 1974; Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар