“УЗЭМИК”ТЫҢ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ТЕХНИКА ҺАРАЙЫ. Өфө ҡ. урынлашҡан. 1970 й. “У.” М. һәм т. йорто булараҡ асыла, 2013 й. алып Өфө балалар филармонияһы. 800 урынлыҡ тамаша залы, 100 һәм 40 урынлыҡ 2 лекция залы, 4 хореография, спорт залы, 100 урынлыҡ дискозалы, түңәрәк эштәре өсөн 11 бүлмәһе, күргәҙмәләр майҙаны, 100 урынлыҡ балалар кафеһы, тауыш яҙҙырыу студияһы, костюм бүлмәһе бар. Һарайҙа 70‑кә яҡын үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы, спорт секциялары һәм ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар эшләгән: һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары капеллаһы (1970, 1971 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе Л.А.Бударова), башҡорт вокал студияһы (1979; 1989 й. алып “халыҡ”; етәксеһе БР‑ҙың атҡ. артисы Н.Ә.Шәймәрҙәнов), эстрада вокал студияһы (1990, 1998 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Д.М.Яппарова), “Иҙел” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (1970, 1982 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе А.Ф.Мөхтәрова), “Успех” балет бейеүҙәре ансамбле (2001, 2004 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе — Э.Ғ.Глимнуров), “Сулпан” балалар цирк студияһы (1970, 1978 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе Н.Е.Ананченко) һ.б. Филармонияла 73 бейеү, йыр, театр, цирк һ.б. түңәрәктәр һәм студиялар эшләй. Сәнғәт ижад фестивалдәре һәм смотрҙары, концерттар, спектаклдәр, бейеү‑спорт ярыштары, балалар тамашалары, байрамдар, балалар ижады күргәҙмәләре, Яңы йыл байрамы саралары үткәрелә. Бина 20 б. 2‑се ярт. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшөҡомартҡыһы булып тора.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Илл.: “УЗЭМИК” ААЙ-ның мәҙәниәт һәм техника һарайы