“УЗОРИЦА”, 4‑се балалар музыка мәктәбе фольклор ансамбле. 1982 й. ойошторола, 1995 й. алып Ф.Камаев ис. 2‑се сәнғәт мәктәбе, 2003 й. — Педагогия колледжы №2 эргәһендә эшләй; 2007 й. башлап хәҙ. статусын йөрөтә. 2009 – 14 йй. Сәнғәт институты эргәһендә эшләй. 1989 й. “өлгөлө” исемен ала. Ансамбль составында 5 — 15 йәшлек 70‑тән ашыу ҡатнашыусы. 1982 й. “У.” эргәһендә инструменталь (етәксеһе һәм концертмейстеры Р.Ғ.Рәхимов) төркөм ойошторолған. Репертуарында Башҡортостан буйлап фольклор экспедицияларында яҙып алынған урыҫ халыҡ йырҙары, “Масленица”, “Колядки”, “Свадебки” театрлаштырылған йолалары, балалар уйындары инсценировкалары. Рәсәй, Чехия буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡ‑ара фольклор конкурстары һәм фестивалдәре (Новосибирск ҡ., 1985; Новгород ҡ., 1987; Липталь ҡ., Чехия, 2006; Санкт-Петербург, 2010; Вена, 2011; Йямся ҡ., Финляндия, 2012), Себер һәм Алыҫ Көнсығыш балалар фольклор‑йыр коллективтары фестивале (Омск өлк. Большеречье ҡасабаһы, 1992), “Төньяҡ балҡышы” (“Северное сияние”) Рәсәй Төньяғы, Урал һәм Көнбайыш Себерҙең халыҡ ижады конкурс‑фестивале (Стрежевой ҡ., 1993), Респ. тальян байрамы (1985, 1986), “Алиса йылмая” (“Улыбается Алиса”; 1993) балалар ижады фестивале, Ф.Х.Камаев иҫтәлегенә арналған фольклор конкурсы сериялары (1998; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. лауреаты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре И.П.Рәхимова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов