БАРУДИ Ғәлимйән, әл-Баруди Ғ. (ысын исеме Ғәлиев Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы; 2.2.1857, Ҡазан губ. Бәләкәй Ҡауал а. — 6.12.1921, Мәскәү, Ҡазанда ерләнгән), дин әһеле, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1917—21). Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы (1906). Йәдитселек идеологтарының береһе. Бохара ҡ. мәҙрәсә тамамлағандан һуң (1882) Ҡазандың 5‑се йәмиғ мәсете имам‑хатибы. Исламды яңыртыу һәм мосолман мәктәбен үҙгәртеүҙе яҡлап сығыш яһай. 1891 й. үҙе етәкселек иткән “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) яңы ысул м‑н уҡытыу системаһын индерә. Рәсәй мосолмандарының 2‑се һәм 3‑сө съездары эшендә ҡатнаша, 3‑сө съезда (1906 й. авг.) президиум ағзаһы, Ырымбур мосолман дини йыйылышын үҙгәртеп ҡороу комиссияһы рәйесе итеп һайлана. 1906—08 йй., 1913—17 йй. “Әд‑дин үә әл‑әҙәп” (“Дин һәм әхлаҡ”) ж. нәшер итә һәм баш мөхәррире була. 1908 й. ҡәҙимселек яҡлылар ошағы б‑са ҡулға алына һәм Вологда губ. һөргөнгә ебәрелә, 4 айҙан власть ҡарары м‑н ҡалған һөргөн ваҡытын сит илдә үткәрә. Ҡазанға ҡайтҡандан һуң (1910) яңынан имам‑хатиб вазифаһына тәғәйенләнә. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында (ҡара: Мосолман съездары) мөфтөй итеп һайлана һәм Милли идарала (ҡара: Милләт мәжлесе) дин эштәре ведомствоһына етәкселек итә. Б. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли‑мәҙәни автономияһы һәм динде дәүләттән айырыу мәсьәләләрен яҡлап сығыш яһай. Милли идара тарҡатылғандан һуң (1918 й. апр.) — уның башҡа ағзалары м‑н бергә Петропавловск ҡ. китә, 1919 й. мартында Өфөгә әйләнеп ҡайта. Дин ғилеме, арифметика б‑са мәктәп дәреслектәре, яңы ысул б‑са төҙөлгән, 1891—1915 йй. 12 тапҡыр ҡабаттан баҫылған “Сауадхан” әлифбаһы авторы.

Әҙәб.: Юсупов М.Х. Галимджан Баруди. Казань, 2003; Акчура Й. Дамелла Галимҗан әл‑Баруди: тәрҗемәи хәле. Казан, 1997.

М.Н.Фархшатов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика