“УҘҒАН ҒҮМЕР”, “Ү т к ә н ғ ү м е р”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр 1923 й. С.Ғәлимов БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) А. Хөсәйеновтан яҙып ала, шиғри тексы С.Ғәбәши яҙмаһында “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында, Ф.А.Нәҙершина яҙмаһында ноталары м‑н “Халҡым йыры” (1995) йыйынтығында баҫтырыла. Варианттарын Ә.Х.Вахитов, К.М.Дияров, К.Мәргән яҙып ала. Лирик йыр. Дияров Ғ.Ғ.Ушановтан яҙып алған риүәйәт б‑са, “Туратсағылы” инструменталь көйөнөң тарихына бәйле. “У.ғ.” егет һәм уның кәләше ижад иткән. Толпарының үлеменән һуң ҡайныһы кейәүенә үҙ көтөүенән теләгән атты һайлап алырға тәҡдим итә. Унда толпар тапмағас, егет яңы ҡолон тыуыуын көтөп ала. Толпарға атланып тыуған иленә ҡайтҡанда, йәштәр уларҙың юлына арҡыры төшөргә ниәтләгән ҡара һыбайлыны күрә. Улар уның үткән тормош икәнен, әгәр ҙә юл бирһәләр, алда үлем көтәсәген аңлап, аттарын ҡыуа башлай. Шәп юртыуҙан кәләшенең аты һәләк була. Толпарға күсеп ултырып, йәштәр, һуңынан “У.ғ” тип аталған йырҙы йырлап, юлды дауам итә. Көй мажор пентатоникаһына ҡоролған. Дуодецима диапазонындағы көйҙәге түбәнәйә барыусы хәрәкәт йырға үҙенсәлек өҫтәй. Башҡарыусылар араһында Дияров, Ф.Ә.Килдейәрова.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Нотная запись песни

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018