УГРЮМОВА Татьяна Степановна (18.2.1946, Калинин ҡ.), музыка белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (1981). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1969) ӨДСИ‑лә уҡыта (1971—73 йй. һәм 1978—94 йй. музыка тарихы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда проф. музыканың формалышыуына һәм үҫешенә, башҡ. комп. ижадына, башҡ. операһы тарихына арналған. Училищелар һәм вуздар өсөн башҡ. музыка сәнғәте тарихы б‑са уҡытыу‑методик әсбаптары, 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Башкирская опера. Уфа, 1997.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова