УВЕРТЮРА (фр. ouverture), ҙур театраль (опера, балет, оперетта), вокаль‑инструменталь (кантата, оратория) әҫәрҙәргә йәки инструменталь пьесалар серияһына (сюита), 20 б. алып кинофильмдарға инструменталь, ғәҙәттә оркестр өсөн яҙылған инеш музыка; оркестр өсөн үҙ аллы, башлыса программа характерындағы әҫәр (ҡара: Программалы музыка). У. сағыу театраль тәбиғәтле булыуы м‑н айырыла. Башҡортостанда У. формалашыуы 20 б. 40—50‑се йй. башлана һәм М.М.Вәлиев ижадына бәйле. Ул халыҡ музыкаһы нигеҙендә симфоник оркестр өсөн “Башҡорт увертюраһы” (1945), симфоник циклдың (“Легенда”, “Увертюра”, “Бейеү сюитаһы” икенсе өлөшө булған У. (1952) ижад итә. Башҡорт проф. музыкаһында жанр һәм жанр‑эпик симфонизмы традициялары барлыҡҡа килә һәм үҫешә: Р.Ә.Мортазиндың У. (1947), З.Ғ.Исмәғилевтең ике башҡ. халыҡ йырына У. (1950), Х.Ш.Заимовтың У. (1952), Н.Ғ.Сабитовтың “Героик увертюра” (1953), Р.В.Сәлмәновтың “Йәштәр увертюраһы” (1966). Халыҡ ижады темаларына ижад ителгән үҙ аллы әҫәрҙәр булараҡ, улар оптимистик образлы йөкмәтке м‑н айырыла. 70—90‑сы йй. комп. был жанр традицияларын дауам итә: Р.Х.Ғәзизовтың “Тантаналы увертюраһы” (1978), Р.М.Хәсәновтың У. (1979), Ш.З.Ҡолбарисовтың “Байрам увертюраһы” (1982), Н.Ә.Дауытовтың У. (1985), Р.Ғ.Ҡасимовтың У. (1987). Исмәғилевтең “Байрам увертюраһы”. (БАССР‑ҙың 60 йыллығына; 1979), Ҡасимовтың “Юбилей” (Еңеүҙең 50 йыллығына; 1994) У. иҫтәлекле даталарға арналған. Д.Д.Хәсәншиндең “Байрамда” (1978) симфоник У. муз. теленең һәм оркестровкаһының матур, сағыу булыуы м‑н характерлана. С.Р.Сәлмәновтың Тынлы оркестр өсөн У. (1975) һәм Хәсәновтың Скрипкасылар ансамбле, фп. һәм симфоник оркестр өсөн “Донъя йәшлеге” (1984) концерт У. ғәҙәти булмаған тембрҙар м‑н айырыла. Шулай уҡ “Аҡбуҙат”, “Салауат Юлаев”, Н.К.Чемберджиның “Ҡарлуғас” операларына һәм Сабитовтың “Буратино” балетына У. (1960) ижад ителгән. К.Й.Рәхимовтың “Интродукциялары” (икеһе лә – 1956) У. жанрына яҡын.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова