БАРТЫМ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 47 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 136 км алыҫлыҡта Оло Бирҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 179 кеше; 1920 — 230; 1939 — 173; 1959 — 297; 1989 — 258; 2002 — 195; 2010 — 158 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

19 б. 2‑се ярт. Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 24 йортта 151 кеше йәшәгән. Бы(е)ртым исеме м‑н теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика